Билдәле булыуынса, 2020 йылдың 13 сентябре – төрлө кимәлдәге депутатарҙы һайлау көнө. Һайлаусыларҙың уңайлығы һәм эпидемиологик яҡтан хәүефһеҙлеге өсөн Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы республика парламентына өҫтәмә һайлауҙар буйынса алдан һайлау мөмкинлеге тураһында ҡарар ҡабул итте.
Урындағы үҙидара органдарына депутаттар һайлауҙы ойошторған 28 территориаль һайлау комиссияһында ла ошондай уҡ ҡарар ҡабул ителде.
Республика халҡы һайлауҙарҙа үҙ тауышын 11 сентябрҙә үк бирә ала. Быны һайлау участкаларында ғына түгел, өйҙә лә эшләргә мөмкин. Өйҙә алдан һайлау өсөн участка комиссияһына ғариза яҙырға кәрәк.
Шулай уҡ һайлау өсөн бина булмаған йәки транспорт бәйләнеше ҡыйынлыҡтар тыуҙырған тораҡ пункттарға барып һайлатасаҡтар.
11 һәм 12 сентябрҙә иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем һайларға була.