Районда улар Красноусолдағы 1-се, 2-се, 3-сө мәктәптәрҙә һәм Н.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатында эшләй. 3-сө мәктәптә 2 инспектор булһа, 1-се, 2-се мәктәптәрҙә һәм гимназияла берәр инспектор бар. Улар һаҡланыу саралары - битлектәр менән тәьмин ителгән, туҡланыу ойошторолған.
Красноусол башҡорт гимназия-интернатында профилактика режимының үтәлешен Башҡорт дәүләт медицина университеты студенткаһы Гөлназ Юлыҡова ҡарап, күҙәтеп тора. 5-се курс студенттарының республика дауаханаларында үтелергә тейешле практикаһы быйыл мәктәптәргә күсерелеү сәбәпле, Красноусол ҡыҙы Гөлназ тағы ла 3 студент менән бергә районға йүнәлтмә ала. Ә инде район мәғариф бүлегендә уны гимназияға тәғәйенләйҙәр.
Гөлназдың эш көнө иртәнге 8-ҙән башлана. Йәш белгескә ярайһы уҡ етди бурыстар йөкмәтелгән. Уның әйтеүенсә, мәктәптәргә ебәрер алдынан, эштең айышына төшөндөрөп, уларға лекциялар уҡығандар. Медицина инспекторҙарының төп бурысы – мәктәптәрҙә коронавирус киҙеүенең таралыуына юл ҡуймау, уҡытыусылар коллективының, мәктәп персоналының хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен тайпылышһыҙ үтәүен контролдә тотоу. Дәрестәр башланыр алдынан уҡыусыларҙың температураһын үлсәү, уҡытыусыларҙың битлек кейеүе, дәрес ваҡытында хәүефһеҙ дистанцияны һаҡлау, антисептиктар булыуы, рециркуляторҙар менән кабинеттарҙы зарарһыҙландырыу һәм башҡа сараларҙың үтәлешен күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа те-йеш улар. Гөлназ да кластарға, уҡыу кабинеттарына, ашханаға керә, кәрәк икән, тейешле тәҡдимдәр бирә, уҡыусыларға һәм уҡытыусыларға хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү тураһында иҫкәртә.
Гимназияны тамамлаған Гөлназ тыуған мәктәбендә практика үтеүенә бик шат булыуын, коллективта уны йылы ҡаршы алыуҙарын, һәр яҡлап ярҙам күрһәтеүҙәрен әйтте. Пандемия осоро тиҙерәк тамамланып, белем алыуҙы дистанциялы түгел, ә уҡыу йортонда дауам итергә теләүен дә еткерҙе йәш белгес.