Бөгөн экологик өмәләр бар район-ҡалаларҙа, шул иҫәптән беҙҙең районда ла үтте. Унда райондың хеҙмәт коллективтары, мәғариф, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ауыл кешеләре ағастар ултыртты, ағастарҙы аҡлау, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар йыйыу һәм башҡа төҙөкләндереү эштәрен башҡарҙы. Шулай уҡ алдағы акцияларҙа ултыртылып та үҫеп китә алмаған ағастар алмаштырылды.
Район үҙәгенә ингән урында 1300 метр арауыҡта 700-гә яҡын ҡарағай, шыршы, пихта ағастары, "Тирмәкәй" балалар баҡсаһы биләмәһендә өс тиҫтәләгән ылыҫлы ағас, шулай уҡ Свердлов, Коммунистик, Көньяҡ урамдарындағы аллеяларҙа ҡороған ағастар урынына яңы үҫентеләр ултыртылды.
Йәшел Башҡортостан” акцияһы республикала дүртенсе тапҡыр ойошторола. Былтыр яҙ уның сиктәрендә Башҡортостандың район һәм ҡалаларында 1,5 миллион ағас һәм ҡыуаҡ ултыртһалар, көҙ тағы ла уларға 69 мең үҫенте өҫтәлгән. Быйыл яҙын иһә, ҡатмарлы санитар-эпидемиологик хәлгә ҡарамаҫтан, 77 мең самаһы ағас ултыртылған.
Сентябрҙә акция ике этапта – 19 һәм 26 сентябрҙә үтәсәк. Унда 100 меңгә яҡын кеше ҡатнашасаҡ, 25 меңгә яҡын үҫенте ултыртыласаҡ, тип күҙаллана. Башҡортостан Башлығы күрһәтмәһе буйынса, ағастар һәм ҡыуаҡтар “Башҡортостан ихаталары” программаһы буйынса төҙөкләндерелгән урындарҙа ла ултыртыласаҡ.