+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Сентябрь 2020, 11:00

Чемпионат Башҡортостанда үтәсәк

Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Йәш профессионалдар” (Worlskills Russia) милли чемпионаты финалын ябыу тантанаһында ҡатнашты. Унда еңеүселәр бүләкләнде һәм 2021 йылда Чемпионатты ҡабул итәсәк Башҡортостан Республикаһына ярыштар флагы тапшырылды.

Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Йәш профессионалдар” (Worlskills Russia) милли чемпионаты финалын ябыу тантанаһында ҡатнашты. Унда еңеүселәр бүләкләнде һәм 2021 йылда Чемпионатты ҡабул итәсәк Башҡортостан Республикаһына ярыштар флагы тапшырылды.
Кемерово өлкәһендә үткән финал ярыштарында Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән 2700 конкурсант, шулай уҡ донъяның 29 иленән йәш белгестәр ҡатнашты.
Студенттар, уҡыусылар төҙөлөш һәм төҙөлөш технологиялары, мәғлүмәт һәм коммуникация технологиялары, ижад һәм дизайн, етештереү һәм инженерлыҡ технологиялары, хеҙмәттәр өлкәһе, транспорт һәм логистика, мәғариф кеүек ете йүнәлештә 130 компетенция буйынса көс һынашты. Башҡортостандан 64 компетенцияла 86 йәш белгес сығыш яһаны. Һөҙөмтәләрҙе 700 эксперт баһаланы, профессионалдарҙың эшен алты меңгә яҡын видеокамера күҙәтте.
Ярышта ҡатнашыусыларҙы Рәсәй Президенты Владимир Путин исеменән ил Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова сәләмләне. Ул еңеүселәргә наградалар тапшырҙы, артабан да һөнәри уңыштар теләне.
Мәскәү командаһы ярыштарҙың абсолют чемпионы булды. Татарстан, Кемерово һәм Мәскәү өлкәләре командалары I, II, III дәрәжә дипломдар яуланы. Конкурс лауреаттарын Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов ҡотланы.
Кемерово өлкәһе губернаторы Сергей Цивилев тантаналы сараны ойоштороусыларға, унда ҡатнашыусыларға рәхмәт әйтте һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа Чемпионаттың флагын тапшырҙы.
– Ярыштарҙың эшсе һөнәрҙәренең абруйын арттырыуға, һөнәри белемдең сифатын яҡшыртыуға, уның конкурентлыҡ ҡеүәһен күтәреүгә йүнәлтелгән мөһим ғәмәл икәнлеген аңлайбыҙ. Ябай булмаған шарттарҙа ошо конкурсты бик юғары кимәлдә үткәргән Кемерово өлкәһенә рәхмәт, – тине Радий Хәбиров. – Беҙҙең өсөн конкурстың финалы оло мәртәбә ул. Башҡортостан – ҡунаҡсыллыҡ йолалары менән танылыу яулаған ҡеүәтле сәнәғәтле һәм аграр төбәк. Киләһе йыл Чемпионатта ҡатнашыусыларҙы үҙебеҙҙә шатланып ҡабул итәсәкбеҙ.
Журналистар менән әңгәмәлә Башҡортостан Башлығы әйтеүенсә, киләһе финал ярыштарын үткәреү өсөн республикала байтаҡ яңы объекттар төҙөләсәк һәм йыһазландырыласаҡ.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас: