Ғафури районындағы “Юлыҡ” урындағы йәмәғәт ойошмаһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына лайыҡ булғайны. Был аҡсаға улар ауылдағы шишмәләрҙе, Еҙем йылғаһы ярын төҙөкләндерә.
Тәү сиратта юлыҡтар Мағаш шишмәһен тәртипкә килтерҙе, биләмәне сүп-сарҙан таҙартты. Улаҡҡа һыу мулыраҡ йыйылһын, яуым-төшөм эләкмәһен өсөн шишмә башланған ергә ҡулсалар урынлаштырҙы.
Төҙөкләндереү эштәре шулай уҡ Май шишмәһендә лә тамамланып килә. Ауылдағы ир-егеттәр шишмә башына бәләкәй ҡапҡа яһаған, һыу ятҡылығының тирә-яғын ҡоймалап, ағас ултыртҡандар. Эш бер-ике көндән ахырына еткерелер, тип күҙаллайҙар.
Ауылдың биҙәге – Еҙем йылғаһы буйында ла эш гөрләй. Яр буйын ҡороған ағастарҙан, сүп-сарҙан таҙарттылар. Бушап ҡалған ергә тиҙҙән йәш үҫентеләр ултыртыласаҡ. Яҡын киләсәктә Еҙем яры йыуылмаһын өсөн гидротехник эштәргә лә тотонорға ниәтләйҙәр.