+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Сентябрь 2020, 14:00

"Йәшел Башҡортостан"ға ҡушылдыҡ

26 сентябрь "Йәшел Башҡортостан" акцияның иң мөһим көнө. Башҡортостандың барлыҡ райондарында һәм ҡалаларында вайымһыҙ булмаған кешеләр, уҡыусылар, студенттар, ирекмәндәр, хеҙмәт коллективтары, республиканың власть органдары етәкселәре, муниципалитеттар башлыҡтары ағас ултыртырға сыҡты. Ошо уҡ көндө “Геройҙар аллеяһы” һәм “”Еңеү урманы" акцияһы сиктәрендә төп саралар үтте.

26 сентябрь "Йәшел Башҡортостан" акцияның иң мөһим көнө. Башҡортостандың барлыҡ райондарында һәм ҡалаларында вайымһыҙ булмаған кешеләр, уҡыусылар, студенттар, ирекмәндәр, хеҙмәт коллективтары, республиканың власть органдары етәкселәре, муниципалитеттар башлыҡтары ағас ултыртырға сыҡты. Ошо уҡ көндө “Геройҙар аллеяһы” һәм “”Еңеү урманы” акцияһы сиктәрендә төп саралар үтте.
Ғафури районы халҡы ла "Йәшел Башҡортостан"ға берҙәм ҡушылды. "Еңеү урманы" акцияһы сиктәрендә райондың мәғариф, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, урмансылар Цапаловка ауылы янындағы яланда 10 мең төп йәш үҫентеләр ултыртты. Өмәлә ҡатнашыусыларға район мәҙәниәт һарайы артистары матур концерт номерҙары ла әҙерләгәйне.
Шулай уҡ Красноусолға кергән урында 1200 м оҙонлоҡтағы арала ике рәт ҡарағай, шыршы ағастары ултыртылды. Бында район, ауыл хакимиәттәре хеҙмәткәрҙәре, Ауырғазы күп профилле колледж коллективы һәм башҡалар ҡатнашты.Үҫентеләргә шунда уҡ һыу һибелде. Ағас ултыртыу өмәләре райондың барлыҡ ауыл биләмәләрендә лә ойошторолдо.
Читайте нас: