Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ихлас ҡотлайым! Һәр беребеҙҙең иң йылы иҫтәлектәре бала саҡҡа бәйле. Был осор донъяны танып белеүҙең иң бәхетле, шатлыҡлы мәле, бар башланғыстарҙың башы.
Тәрбиәсе – оло яуаплылыҡ талап иткән иң изге һөнәрҙәрҙең береһе ул. Балаларға ихтирамлы, иғтибарлы, уларҙы яратҡан кеше генә тәрбиәсе була ала. Һеҙ көн һайын кескәйҙәргә йөрәк йылығыҙҙы мул өләшәһегеҙ, уларҙың һәләттәрен үҫтереп, киләсәккә нигеҙ һалаһығыҙ.
Һөнәрегеҙгә тоғролоғоғоҙ, балаларҙың именлеген хәстәрләүегеҙ өсөн рәхмәт һүҙҙәре ҡабул итегеҙ. Һеҙҙең юғары педагогик оҫталығығыҙ кескәйҙәрҙең балалар баҡсаһындағы һәр көнөн бәхет-ҡыуаныстарға тулы итеренә ышанам.
Ысын күңелдән бар тәрбиәселәргә һәм мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәренә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, ижад ҡомары һәм дәрт, ата-әсәләрҙең һәм балаларҙың ихтирамын теләйем.
Фәнзил СЫҢҒЫҘОВ,
Муниципаль район хакимиәте башлығы.