+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Сентябрь 2020, 17:30

"Үҫеш нөктәләре" асыла

29 сентябрҙә Башҡортостандың бәләкәй ҡала-ауылдары мәктәптәрендә “Үҫеш нөктәһе” белем биреү үҙәктәренең марафоны үтә.

29 сентябрҙә Башҡортостандың бәләкәй ҡала-ауылдары мәктәптәрендә “Үҫеш нөктәһе” белем биреү үҙәктәренең марафоны үтә.
Был сара ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған “Мәғариф” милли проекты нигеҙендә бойомға ашырыла һәм бөтә ил буйынса уҙғарыла. Акция барышында быйыл булдырылған “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәренән республикабыҙҙың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин менән тура эфирҙа бәйләнешкә сығасаҡтар.
Марафонда район-ҡала округтары хакимиәттәре вәкилдәре “Мәғариф” милли проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһе хаҡында һөйләйәсәк. Улар ауыл мәктәптәрендә уҡыусылар алдында барлыҡҡа килгән мөмкинлектәр менән таныштырырға йыйына. “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәре педагогтары ҡыҫҡа онлайн-дәрестәр, оҫталыҡ дәрестәре үткәрергә, уҡыусыларҙың яулаған уңыштары хаҡында сығыш яһауы планлаштыра.
Тура эфирҙа аралашҡандан һуң республиканың бар мәктәптәре Рәсәй мәғариф министры Сергей Кравцов үткәргән Бөтә Рәсәй марафонына ҡушыла ала.
Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 2020 йылдың сентябрендә Рәсәй буйынса өс меңгә яҡын “Үҫеш нөктәһе” һанлы һәм гуманитар йүнәлештәге белем биреү үҙәге асылған. Уларҙың 42-һе – Башҡортостанда. “Үҫеш нөктәһе”ндә уҡыусылар яңы заманса компьютерҙарҙа, 3D-принтерҙарҙа эшләй, квадрокоптерҙар менән идара итә. Шулай уҡ түңәрәктәргә яҙыла, шахмат уйнарға өйрәнә йә үҙ медиапродуктын булдыра ала.
Фото: Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы.
Читайте нас: