+2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Сентябрь 2020, 14:30

Лимон пирогы

Кәрәк була:250 г ҡаймак110 г аҡ май1/2 бал ҡалағы сода2 стакан он1 стакан шәкәр ҡомо1,5 лимон/әфлисун1 йомортҡа һарыһыШәкәр оно

Кәрәк була:

250 г ҡаймак
110 г аҡ май
1/2 бал ҡалағы сода
2 стакан он
1 стакан шәкәр ҡомо
1,5 лимон/әфлисун
1 йомортҡа һарыһы
Шәкәр оно
Әҙерләү:

Ҡаймаҡты сода, аҡ май менән болғатабыҙ.

Әҙ-әҙләп он һалып ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамыр ҡулға йәбешмәҫкә тейеш.

Әфлисун һәм лимонды бер нисә киҫәккә бүлергә, блендер ярҙамында ваҡларға һәм 1 стакан шәкәр ҡомо һалып яҡшылап болғатырға.

Ҡамырҙы ике өлөшкә бүлергә һәм береһен майлы табаға һалырға, ҡамырҙы табаның ситенә күтәрергә.

Тигеҙ итеп лимон һәм әфлисун эслеген һалырга.

Икенсе киҫәк ҡамыр менән эслекте ҡапларға һәм табалағы ҡамыр менән тоташтырырға.

Пирогтың өҫтөн туғылған йомортҡа һарыһы менән майларға.

Пирог ҡыҙған мейестә 30 минут бешә.
Читайте нас: