Бөгөн районда ошондай үҙәк Красноусолдағы 1-се мәктәптә асылып, уҡыусылар һанлы һәм гуманитар йүнәлештә заманса белем алыу мөмкинлегенә эйә булды. Улар “Робототехника”, “Мәктәп телевидениеһы”, “Хәүефһеҙлек мәктәбе”, “Йәш информатик”, “3D моделләү”, “Легоконструкторлау”, “Сәнәғәт дизайны”, “Шахмат ҡунаҡханаһы” модулдәре буйынса эшләйәсәк.