Китап авторҙары, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙың улы һәм ейәнсәре булараҡ, Ҡауарҙының дөйөм тарихына туҡталып, һуғышта һәләк булғандарҙы барлай һәм дан ғаиләләр, билдәле шәхестәр тураһында бәйән итә.
- Был йыйынтыҡтың маҡсаты – 2015 йылда баҫылып сыҡҡан “Ҡауарҙы тарихы” китабын ХХ быуаттағы ҡайһы бер мөһим ваҡиғалар менән тулыландырыу ине. Ауылыбыҙҙың Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарын, мәктәп тормошон, колхоз яҙмышын, ә ХХI быуат баштарынан ауылдың социаль хәле бер ни тиклем яҡшы яҡҡа үҙгәреүен күрһәтергә тырыштыҡ. Ауыл, мәктәп тарихын өйрәнеп, башта китап итеп баҫтырып өлгөрмәһәк, музейға булһа ла ҡалдырһам бик һәйбәт булыр, - ти Рим Әхтәрей улы.
Китап бер көндә генә яҙылмай, уның өсөн бик күп эҙләнеүҙәр, йоҡоһоҙ төндәр, сығымдар ҙа булғандыр. Әммә авторҙар үҙ маҡсаттарына ирешеп, ауылдаштары, сығышы менән Ҡауарҙынан булған яҡташтары өсөн хазинаға тиң ҡиммәтле бүләк әҙерләгәндәр. Тыуған төйәгенә ғашиҡ, унан башҡа йәшәүҙе күҙ алдына ла килтермәгән Рим Насировҡа һәм ҡыҙы Ләйсән Сәйфуллинаға афарин тип, ныҡлы һаулыҡ, бәрәкәтле, илһамлы йылдар теләп ҡалабыҙ.