Бөгөн Красноусолда Башҡортостан Республикаһы һәм Красноусол ауылы көнө киң билдәләнде. Мәжит Ғафури исемендәге майҙанда уҙған тантаналы сарала Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, яҡташыбыҙ Рөстәм Рифат улы Ишмөхәмәтов, район Советы рәйесе Фаил Һәҙиәт улы Зәйнетдинов, ауыл биләмәләре башлыҡтары, хеҙмәт коллективтары вәкилдәре, ауыл халҡы ҡатнашты.
Районыбыҙҙың төрлө өлкәләрҙәге уңыштары барланды, хеҙмәт алдынғыларына Маҡтау грамоталары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. 50 йыл бергә йәшәгән ғаилә юбилярҙары тәбрикләнде. "Иң яҡшы йорт алды ихатаһы" конкурсы еңеүселәре билдәләнде. Районыбыҙҙың төрлө өлкәләрҙәге уңыштары барланды, хеҙмәт алдынғыларына Маҡтау грамоталары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. 50 йыл бергә йәшәгән ғаилә юбилярҙары тәбрикләнде. "Иң яҡшы йорт алды ихатаһы" конкурсы еңеүселәре бүләкләнде. Байрамды билдәле ҡурайсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Роберт Юлдашев һәм "Ҡурайсы" төркөмө һәм район мәҙәниәт һарайы артистарының сығыштары биҙәне. Ауыл хужалығы йәрминкәһендә халыҡ ҡышҡылыҡҡа ризыҡ тупланы.
Тантананан һуң "Йәшлек" паркындағы һәм Калмыков урамындағы балалар майҙансыҡтарын асыу саралары үтте. Кисен майҙанда Красноусол көнө уңайынан бер төркөм әүҙем йәмәғәтселәр, ойошмалар бүләкләнде, район мәҙәниәт һарайы артистары әҙерләгән ҙур байрам концерты, күңелле дискотека булды.