-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Октябрь 2020, 17:35

Ырыҫлы нигеҙ. (хикәйә)

Әминә йәйге ялында өләсәһенә ҡунаҡҡа килергә ярата. Ҡасандыр ауылға нигеҙ һалғанда, ете быуын олатайҙары матур ерҙе һайлай белгәндәр, тип һоҡлана.

Әминә йәйге ялында өләсәһенә ҡунаҡҡа килергә ярата. Ҡасандыр ауылға нигеҙ һалғанда, ете быуын олатайҙары матур ерҙе һайлай белгәндәр, тип һоҡлана.
  • Ысынлап та, ауылдың тирә-яғын бихисап күлдәр, йылғалар уратһа, ҡаршыһында ҡалҡан һымаҡ мәғрур Мағаш тауы баҫып тора. Өләсәһенең өйө лә ауылдың башында беренсе булып урынлашып, әллә ҡайҙан нур бөркөп тора. Әминә элек ауылда йәй көнө генә булһа, быйыл бынау өйҙән тороп дистацион уҡыуға күскәс, апрелдән бирле өләсәһендә рәхәтләнә. Төшкә тиклем улар өләсәһе менән онлайн дәрес уҡыйҙар ҙа, аҙаҡтан иркенләп китеп тышта йөрөйҙәр. Бәләкәй Әминәгә ауыл тормошо бик ҡыҙыҡ, төрлө хикмәттәргә бай тойола.
    - Ауылыбыҙ ожмах утрауы һымаҡ, - ти өләсәһе. Әминә ул утрауҙы күргәне булмаһа ла, тирә -йүндең гүзәл тәбиғәтенә һоҡланып, оло кеше белмәй әйтмәҫ, шулайҙыр, - тип уйлап ҡуя. Бына бөгөн дә өләсәһе менән йөрөп килергә булдылар. Уларҙың өйө эргәһенән генә юлды аша сығып, 5-6 аҙым атлауға Ҡаҙиса күле ята.
    - Элек беҙҙең урам ҡаҙҙары йәй буйы ошонда йөрөй ине, исеме "ҡаҙҙар эскән һыу", йә "ҡаҙ кискән һыу" ҙан алынған инде, - тип аңлата өләсәһе.
    - Элек яҙ көнө һыу хәтәр ныҡ таша ла, бөтә тирә-яҡ күлдәрҙе тултыра ине, ә йәйен кибеп бөтә яҙа, хатта ҡаҙҙар ҙа кисеп сыға алған булғандыр, күрәһең. Ары атлап китәләр улар.
    - Быныһы Үрге Ҡаҙиса, унда бәләкәй урамдың ҡаҙ-өйрәктәре булды. Анау йыраҡтағы күл - Боралҡы. Заманында бөтә ауыл халҡы шунан һыу эсте: татлы, йомшаҡ ине. Көҙгә табан ауылдың бөтә ҡаҙҙары шунда булды, ҡышын малын эсерҙе, беҙ ҙә шул һыуҙы тотондоҡ, ләкин беребеҙ бер ауырыманыҡ бит әле ул, - тип иҫенә төшөрҙө өләсәһе.
    - Һыуҙан таҙа булып булмай, ти ине ололар, күрәһең, шулайҙыр. Хәҙер кеше рәхәткә сыҡты: һәр урамда ҡойо бар, һыу ташып йонсомай.
    - Боралҡы, ҡыҙыҡ, быныһы боролоп-боролоп ағып килеп яттымы икән, - тип уйлай ҡыҙыҡай.
    Ә ауылдың икенсе башындағы тулы һыулы, һалҡынсараҡ Ҡажат күле Әминәнең яратҡан төбәге . Йәйге эҫе көндәрҙә ул Ҡажат буйында көнө буйы ҡомда һауыт-һаба яһап уйнай, шунан һыу инеп, ҡыҙынып ала.
    - Беҙҙең ауылдың аттары ғүмер-ғүмергә ошонда һыуларға төшкән, шуға исеме лә атҡа бәйлеҙер инде.
    - Аты аңлашыла, Ҡаж нәмәне аңлата икән? - тигән һорау яуапһыҙ ҡала.
    Өләсәһе бала йәнле генә түгел, ҡош-ҡорт, йәнлек - бөжәктәрҙе, хатта сәскә- үләндәрҙе лә ярата, йәлләй ҙә. Ул бына баҡсаһында йәшәгән терпене ҡулына эйәләштереп бөтөргән: үҙҙәренә нәмә бешерә, шунан өлөш сығарып, төнгөлөккә һалып ҡалдыра, тегеһе пуфылдап килеп етә һала. Ә быйыл бигерәк тә ҡурҡмай, хатта көндөҙ ҙә туҫтағын ике балаһы менән бер нисә тапҡыр урап китә. Ҡыҙыҡ! Яҡын килә башлаһаң, балаларын йәшерә һала бит әле ул!
    Күлдәр яҡын булғас, туҙбаш йыландар ҙа, аҙашып, урамға килеп сығалар. Өләсәһе йәмкә менән ҡыҫтырып ала ла, кире күлгә төшөрөп ебәрә.
    - Өй янындағы йыланды үлтерергә ярамай, яңылыштан да тейә күрмәгеҙ, - тип ҡаты киҫәтә ул.
    Өләсәһенең йәшелсә баҡсаһының бер мөйөшөндә иҫке мунса тора. Тәүҙә ул келәт һымаҡ тотонорға уйлап, һүтмәҫкә булғайны, ләкин быйыл ҡарасҡы булып, тормаһын, утынға булһа ла тотонорға кәрәк, тип яҡыныраҡ барғандар ине.
    - Был беҙҙең өйөбөҙ, яҡын килмәгеҙ, - тип сыйырсыҡтар баш осонан уратып оса башланы.
    - Бәй, уны сыйырсыҡтар төйәк иткән икән бит!
    - Эх, һеҙ, шилмалар, ҙур булмаймы һеҙгә был өй?
    Шунан бер нисә сыйырсыҡ ҡыйыҡтан шырылдап осоп сыҡтылар ҙа сырылдай - сырылдай алдынан оса башланылар.
    - Ярар,ярар! Ҡалығыҙ ояғыҙҙа, балаларығыҙҙы иҫән-имен сығарығыҙ, - тип китеп барҙы өләсәһе.
    Әминәгә иң оҡшағаны - ябалаҡ ҡоштары. Юҡҡа ғына ауылдың исемен дә Ябалаҡ тип атамағандар бит, был ҡоштар яҡындағы урманда ла бихисап. Өләсәһенең баҡсаһында ҙур ҡарағас үҫә, бына шунда оя яһап, инде нисә йыл, үҙҙәренең төйәге иткәндәр улар. Апрель аҙағында уҡ һап-һары себештәре сыға, шунда инә ҡоштоң эше бермә-бер арта, көнө буйы ашарға ташый ҙа ташый. Тәүҙә себештәр һап-һары булһа, аҙаҡ ағаралар, шунан һороланалар ҙа, ағастың төҫөнә ҡарап, төрлөсә төҫкә кереп, ботаҡтар араһында йәшеренәләр. Осар ваҡыттары еткәс, инә ҡош "сың-сың" итеп ултырған себештәрҙе ояһынан этәп сығарып, иң тәүҙә күрше ботаҡҡа, шунан эргәһендәге ағасҡа, аҙаҡ яҡын тирәләге ағастарға, һарай баштарына, электр сымдарына тиклем араны осорға өйрәтә. Ябалаҡтар был ерҙә шул тиклем үҙҙәрен хужа итеп тоялар: балалары ла йыраҡ китмәй муйыл, миләш төптәрендә оя эшләп, үҙҙәре лә бала сығара. Улар ҙа ҙур ғаилә булып йәшәйҙәр икән дәһә!
    Көндәр эҫе торһа, өләсәһе мискәләрҙе һыу менән тултырып ҡуя. Шунда сиратлап осоп килеп турғайҙар, ҡарабаш турғайҙар, күгәрсендәр, һайыҫҡандар, бер пар ала ҡарға (улары ауыл осондағы өйәңкегә оя ҡорғандар), ябалаҡтар; хатта бал ҡорттары менән һағыҙаҡтар ҙа килеп һыу эсеп китәләр
    -Ҡурҡытма бер үк, ҡыҙым, һыуһыҙ бер йән эйәһе лә йәшәй алмай. Ололар борон-борондан һыуҙы бысратмаҫҡа, тәләфләргә ҡушмаған, - тип тә һөйләп ала ул.
    Әминә бер ҡайҙа китмәй ауылда ғына йәшәр ине: ҡаланың эҫе асфальт юлдары, тынсыу һауаһы, шау-шыулы урамы уға бер ҙә оҡшамай...
    - Эх, өләсәһенең бала сағы бик бәхетле булған икән!
    Авторы: Гөлназ Нафикова - Ғәбитова, Ғафури районы, Урта Үтәш-Ябалаҡ ауылы.
    Читайте нас: