Йыл һайын Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк-ара бүлексәһе иң яҡшы бүлексәләрҙе билдәләп конкурс уҙғара. 2019 йылғы конкурста ҡатнашыусылар төбәк-ара бүлексә дирекцияһына йылдың һәр кварталындағы эшмәкәрлектәре буйынса фото-видеоматериалдар, киң мәғлүмәт сараларында үткәрелгән саралар тураһындағы мәҡәләләргә һылтанмалар менән отчет биргән. Барлыҡ материалдарҙы тикшергәндән һуң, комиссия еңеүселәрҙе билдәләй. Улар араһында Рус география йәмғиәтенең Ғафури районы бүлексәһе рәйесе Айрат Миңлебаев 2-се урынға лайыҡ була. Айрат Ришат улын ҡотлайбыҙ! Эшендә уңыштар теләйбеҙ!