Матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы һөҙөм-тәләре буйынса декабрь аҙағында төп еңеүселәр билдәләнеп бүләктәр уйнатыласаҡ.
Социаль селтәрҙәрҙә “Мин “Табын”ға яҙылдым” флешмобы (“Табын” гәзитен тотоп төшкән иң күп “лайк” йыйған фотоға - приз) үтәсәк.
Өлкәндәргә социаль ярҙам күрһәтеү маҡсатында “Бүләккә – “Табын” һәм “Ата-әсәйеңде гәзиткә яҙҙыр һәм бушлай ҡотлау бир” акциялары иғлан ителә. Унда ҡатнашырға теләүсе эшҡыуарҙар йәки социаль яҡтан әүҙем кешеләр ветерандарға һәм пенсионерҙарға гәзиткә яҙҙырыуҙы түләй, редакция подписканы адресатҡа тапшыра һәм был ваҡиғаны гәзит биттәрендә киң яҡтырта. Акция матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы аҙағына тиклем бара. Ата-әсәһенә гәзит яҙҙыртыусыларға уларҙы “Табын” гәзитендә 50 процент ташлама менән ҡотлай ала (ҡотлау биргәндә подписка купонын күрһәтергә кәрәк). Иғтибар! Ташлама гәзиткә ярты йылға яҙылғанда ғына бирелә.
Реклама биреүселәр өсөн “Бүләккә - подписка” акцияһы уҙа. 1 айға стандарт формалағы модулле реклама биреүсегә бүләк - 1 айға бушлай электрон подписка (редакцияла яҙҙырыла).
“Табын”ға 1 йылға яҙылыусылар (“Рәсәй Почта”һы аша) редакцияла квитанцияларын күрһәтеп, 1 тапҡыр бушлай ҡотлау йәки иғлан биреү өсөн купон аласаҡ. Акция йыл аҙағына тиклем дауам итә.
“Коллектив менән “Табын”ға” акцияһында коллективтың 50 йәки унан күберәк проценты гәзиткә яҙылһа, уларҙың эшмәкәрлеге йәки юбилярҙары тураһында мәҡәләләр гәзит битендә донъя күрәсәк.
20 кешене гәзиткә яҙҙыртҡан “Табын”дың дуҫтарына бушлай подписка буласаҡ, 30 кешене яҙҙыртһа – үҙе тураһында мәҡәлә гәзиттә баҫыласаҡ.
Почтальондар өсөн акция: беҙҙең гәзиткә иң күп кешене яҙҙыртҡан 3 почтальон Матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы һөҙөмтәләре буйынса бүләктәр аласаҡ.
Бынан тыш, гәзиттә иғлан ителәсәк башҡа конкурстарҙа ҡатнашыу мөмкинлеге бар. Бының өсөн “Табын”ға яҙылырға һәм гәзиттә сыҡан конкурстарҙы ҡарап барырға кәрәк.
Шулай итеп, “Табын”ға ярты йылға яҙылыу 979 һум 32 тин (индексы ПО 706), пенсионерҙарға 933 һум 84 тин (ПО 707), һуғыш ветерандары һәм 1-се, 2-се төркөм инвалидтарына – 844 һум 80 тин (индексы ПО 707) тора. Красноусолда йәшәүселәр редакция аша 720 һумға яҙыла ала. Гәзиттең электрон вариантына 588 һумға яҙылырға мөмкин. Матбуғатҡа барлыҡ поч-та бүлексәләрендә, шулай уҡ Интернет аша podpiska.pochta.ru сайтында, Рәсәй почтаһының мобиль ҡушымтаһында йәки хат ташыусыны йортоғоҙға саҡырып яҙыла алаһығыҙ.
“Табын”ға яҙылығыҙ, алдырығыҙ, уҡығыҙ, таратығыҙ!