+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Октябрь 2020, 12:15

Һәр ваҡыт “йәшел ут” янып торһон! Йәкшәмбелә барлыҡ водителдәр Автомобилселәр көнөн билдәләй

Һөнәри байрамдары - Автомобиль транспорты хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан “Башавтотранс” ДУП-ы филиалы Красноусол АТП-һы директоры Анатолий ГРЕБНЕВ менән осрашып, предприятие эшмәкәрлеге менән таныштыҡ.

-Беҙҙең предприятиеның 9 айлыҡ эшенә йомғаҡ яһап, шуны билдәләргә кәрәк, предприятиебыҙҙың тулайым килеме 18 миллион һум тәшкил итте. Әммә сығымдар күберәк булды, - тине Анатолий Иванович. – Быны, әлбиттә, һуңғы йылдарҙа пассажирҙарҙы ташыусы шәхси предприятиеларҙың, такси хеҙмәттәренең күбәйеүе менән аңлатырға була. Шуны ла билдәләргә кәрәк, улар тап килемле маршруттарҙы “тартып” ала. Ә беҙ, дәүләт предприятиеһы булараҡ, нигеҙҙә халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртып эш итәбеҙ, ҡайһы бер бигүк килем килтермәгән, сығымлы тип иҫәпләнгән рейстарҙы ла ябырға ашыҡмайбыҙ.
Предприятиебыҙҙың 23 төрлө маркалы автобусы ҡала яны һәм ҡала-ара маршруттары буйынса рейсҡа сыға. Водителдәребеҙ тарафынан көн һайын Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларына 5-әр рейс, ә Салауатҡа йәкшәмбе көндө бер рейс яһала. “ПАЗ” автобусы көн һайын район үҙәге буйынса шифахананан иртәнге 7 сәғәт 15 минутта Һамар биҫтәһендәге элекке һөт заводынаса, сәғәт 7.55-тә һөт заводынан иҫке поликлиникаға тиклем рейсҡа сыға. Красноусол ауыл хакимиәте һәм балаларын баҡсаға, мәктәпкә йөрөтөүсе ата-әсәләр һорауы буйынса иртәнге сәғәт 7.20-лә газ заправкаһынан 1-се, 3-сө мәктәптәр, “Тирәккәй”, “Тирмәкәй” балалар баҡсалары аша урау юлдан йәнә бер маршрут асыуға өлгәштек. Шулай уҡ заказ режимында ла эшләйбеҙ. “Красноусол” шифаханаһына көндәлек дүрт рейс яһала (ул ваҡытлыса эшләмәй тороп, әҙ күләмдә кеше эшкә йөрөй). “Изгелек шишмәһе” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге менән хеҙмәттәшлек дауам итә. Был үҙәк заказы буйынса хаҡлы ялдағыларҙы районыбыҙҙың тарихи урындары буйлап сәйәхәткә йөрөтөү өсөн “ПАЗ” автобусы бүләбеҙ.
-9 айҙа күпме пассажир ташыуға өлгәштегеҙ?
- Ҡала-ара маршруттарҙа - 26 мең, ҡала янында 42 мең пассажир ташылған. Пандемия шарттарында пассажирҙар ағымы кәмей төштө.
-Техника паркығыҙ былтыр өр-яңы автобустар менән тулыланғайны...
-Эйе, былтыр Республика Башлығы Р.Ф.Хәбировтың тос ярҙамын тойҙоҡ - “Башавтотранс” ДУП-ы төрлө маркалы заманса автобустар менән тулыланып, техника паркы яңыртылды. Беҙҙең Красноусол АТП-һына 6 автобус (өс 25 урынлы “Вектор NEXT” һәм өс 17 урынлы юғары тиҙлекле “Ford Tranzit”) бүленде.
-Пандемия шарттарында нисек эшләйһегеҙ?
-Автобус водителдәренә мотлаҡ битлектә, бирсәткәлә булыу шарт. Пассажирҙарҙан да шул талап ителә, автобус салонында ҡулдарҙы дезинфекциялау өсөн антисептиктар урынлаштырылған. Һәр рейс һуңында автобус эске яҡтан антисептик менән эшкәртелә, рейсҡа сығыр алдынан хлорлы ҡатнашмалар менән эсе-тышы йыуыла. Барыһы менән дә тәьмин ителгәнбеҙ, хәүефһеҙлек талаптары үтәлә.
-Коллектив хаҡында ни әйтерһегеҙ?
- Беҙҙең тырыш, берҙәм, татыу коллективыбыҙ 34 кешенән тора, уларҙың 21-е – водителдәр, 8-е – инженер-техник, хакимиәт хеҙмәткәрҙәре, 5-һе – слесарь-ремонтсылар. Араларынан күптәрен бүләкләүҙәргә тәҡдим иттек. Техника хәүефһеҙлеге инженеры Наил Ғазин менән “Ford Tranzit” автобусы водителе Владислав Чигвинцев БР Транспорт һәм юл хужалығы Дәүләт комитетының (хәҙер – министрлыҡ – авт.) Маҡтау грамотаһына, “Ford Tranzit” автобустары водителдәре Йәмил Мөхәмәтшин БР “Башавтотранс” ДУП-ының Маҡтау грамотаһына, Владимир Крученков Рәхмәт хатына лайыҡ буласаҡ. “Ford Tranzit” автобусы водителе Заһир Үзбәковҡа БР “Башавтотранс” ДУП-ының почетлы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем биреләсәк. Ҡауарҙы–Красноусол маршрутының “Вектор NEXT” автобусы водителе Дамир Юлъяҡшиндың фоторәсеме “Башавтотранс” ДУП-ы “Почет таҡтаһы”нда урын аласаҡ. “Мерседес” водителе Марсель Фәтҡуллин менән йыйыштырыусы Любовь Королеваға Красноусол АТП-һының Маҡтау грамотаһы, Имәндәш–Красноусол маршрутының “Вектор NEXT” автобусы водителе Камил Аҙналин менән “ПАЗ” водителе Юрий Тарасовҡа Рәхмәт хаттары тапшырыласаҡ.
Хаҡлы ялға китеүселәргә алмашҡа йәштәр килә. Бы-йыл март айында Салауат Йомағоловты водитель итеп эшкә ҡабул иттек. Ул Красноусол – Стәрлетамаҡ маршрут автобусын хеҙмәтләндерә. Үҙен һәйбәт яҡтан күрһәтеп өлгөрҙө, пассажирҙар водителдең эшенән ҡәнәғәт.
-Байрамда теләктәрегеҙ ҙә барҙыр?
-Уңайлы форсаттан файҙаланып, барлыҡ коллективты, коллегаларҙы, ветерандарыбыҙҙы (улар – 17), ғөмүмән, автотранспорт менән бәйле барлыҡ һөнәр эйәләрен һөнәри байрамыбыҙ -Автотранспорт хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас тәбрикләйем. Ныҡлы сәләмәтлек, уңыштар, ғаиләләрендә именлек, тигеҙ юлдар һәм һәр саҡ йәшел ут янып тороуын, байрамса кәйеф теләйем.
-Һеҙҙең ҡотлауҙарға беҙ ҙә ҡушылабыҙ.
Индира ИШКИНА әңгәмәләште.
Читайте нас: