+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Октябрь 2020, 16:10

Район халҡын грипҡа ҡаршы прививка эшләргә саҡыралар

29-30 октябрҙә 9.00-дән 13.00 сәғәткә тиклем Красноусол ауылындағы Күп функциялы үҙәк алдындағы майҙанда Үҙәк район дауаханаһының мобиль ФАП урынлашасаҡ. Унда халыҡҡа бушлай грипҡа ҡаршы вакцина эшләйәсәктәр. Прививка эшләр алдынан табиптар медицина тикшереүе үткәрәсәк.

Вакцина - миҙгелле киҙеүҙән һаҡланыуҙың иң эффектив һәм хәүефһеҙ сараһы. Быйыл коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле прививка эшләтеү бигерәк тә мөһим. Вакцинаның һаҡлау көсө уны эшләткәндән һуң 10-15 көн үткәс башлана һәм бер йылға яҡын һуҙыла. Вакцинацияла Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тәҡдимдәренә ярашлы Рәсәйҙә етештерелгән препараттар ҡулланыла. Бөтә препараттар ҙа дәүләт сертификацияһы үткән һәм тулыһынса хәүефһеҙ.
Читайте нас: