+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Ноябрь 2020, 20:45

Тыуған илеңде ярат – һалымды ваҡытында түлә!

1 декабрҙә торлаҡ, транспорт саралары һәм ер участкалары милекселәренең 2019 йыл өсөн һалым түләү ваҡыты сыға.

Әгәр ҙә хисапланған һалым суммаһы 100 һумдан артмай икән, һалым түләүсегә һалым уведомлениеһы ебәрелмәй, һалымдарҙың суммаһы 100 һумдан артҡас, йәиһә өс һалым осороноҡо йыйылғас ҡына, ебәреләсәк. Шулай уҡ һалым льготаһына эйә граждандар, “Физик шәхестәр өсөн һалым түләүсенең шәхси кабинеты” сервисынан файҙаланыусылар, әгәр улар һалым документтарын ҡағыҙ рәүештә алырға теләүен белдереп хәбәр ебәрмәгән булһа, һалым уведомлениеһы алмаясаҡ.
Әгәр һалым уведомлениеһында мәғлүмәт дөрөҫ үк булмаһа, “Физик шәхестәр өсөн һалым түләүсенең шәхси кабинеты”, Рәсәй федераль һалым хеҙмәтенең рәсми сайтындағы “Рәсәй ФНС-ына мөрәжәғәт итергә” сервисы,
8-800-222-00-22 телефоны аша йәки һалым органына үҙең барып, теүәлһеҙлек хаҡында белдерергә була.
Һеҙгә уңайлы булһын өсөн “Физик шәхестәр өсөн һалым түләүсенең шәхси кабинеты” сервисында аванслата түләү мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Берҙәм һалым түләүе түләүҙе һуңлатмаҫҡа, тиҙ генә түләргә һәм бер түләгәндә һалым бурыс-тарын тотош үтәргә мөмкинлек бирә.
Һалым түләү йөкләмәһен үтәмәү пеня хисаплау, һалымды мәжбүри түләттереү һәм һалым санкциялары ҡулланыуға нигеҙ булып тора.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 2019 йыл өсөн мөлкәт һалымдарын 2020 йылдың 1 декабренән дә һуңлатмай түләргә кәрәк!
Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса 3-сө район-ара инспекцияһы.
Читайте нас: