-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Ноябрь 2020, 17:00

Тормош сифатын күтәреү – төп бурыс

“Тепловодоснабжение” МУП-ы хеҙмәткәрҙәре 2020-2022 йылдарға иҫәпләнгән һыу селтәрҙәрен капиталь ремонтлау инвестиция программаһына ярашлы Красноусолдағы М.Горький һәм Леваневский урамдарында ремонт эштәре уҙғара. Бында улар иҫке тимер торбаларҙы яңы полимер материалдарҙан эшләнгәндәренә алмаштыра. Бөтәһе 500 метр оҙонлоҡта (һәр урамға – 250 м) ПНД торбалар һалына.

Предприятие директоры С.О.Афанасьев әйтеүенсә, район үҙәгенең һыу үткәргес-канализация хужалығындағы ҡоролмалар ныҡ иҫкергән. Ремонт эштәре предприятиела эшләнгән инвестиция программаһы нигеҙендә алып барыла.
-Төп бурысыбыҙ – һыу селтәрҙәрендә аварияларҙы булдырмау, һыуҙың сифатын яҡшыртыу һәм башҡалар. Финанс мөмкинлектәребеҙгә ҡарап иҫкергән торбаларҙы яңыларына алыштырабыҙ. Был тәү сиратта тиҫтәләгән йылдар капиталь ремонт күрмәгән участкаларға ҡағыла, - тип эштәр барышы менән таныштырҙы етәксе.
Шулай итеп, коммуналь хужалыҡ хеҙмәтсәндәренең ремонт эштәренә һорау ҙур. Таҙартыу ҡоролмаларының 95 проценты туҙған. Быйылғы эҫе йәйҙә район үҙәгендә йәшәүселәр һыу селтәрҙәренең проблемаһын да тойҙо. Һыу күптәргә барып етмәне, был хәл селтәрҙәрҙәге авариялар менән ҡатмарлашты.
Район хакимиәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, һыу селтәрҙәре оҙонлоғо - 48 км. Шуларҙың 16,2 километры иҫкергән. Әлеге көнгә уларҙың барыһын да алыштырыу мөмкинселеге юҡ. Быйыл 1,2 км торбалар яңыртыу планлаштырылған. Красноусолда 11 һыу скважинаһында һуңғы айҙарҙа баҫым яһау һауыттарын диспетчерлау эштәре алып барылған. Бынан тыш, тағы ла 4 ауыл биләмәһендә скважиналарға ағымдағы ремонт эшләнгән. Канализация-насос системаһы көҙгө-ҡышҡы миҙгелгә әҙерләнгән.
Күп фатирлы йорттарҙа ла мөһим эштәр башҡарылған. Республика программаһына ярашлы, Ленин урамындағы 24-се йортта ҡыйыҡ яңыртылған. Төбәк операторы яуаплылығындағы проекттың сметаһы 4,5 миллион һум тәшкил иткән. Бер юлы К.Маркс урамындағы 3-сө, Пугачев урамындағы 49, 51, 45, 47-се йорттарҙың подъездарына капиталь ремонт уҙған. Был эштәргә 1 миллион 500 мең һум тотонолған.
Районда 30 йылдан ашыу эксплуатацияла булған күп фатирлы йорттарҙағы эске газ үткәргестәрҙе диагностикалауға ҙур иғтибар бирелә. Красноусолдағы 23 күп фатирлы йортта диагностика буйынса һөҙөмтәләр билдәле.
Модернизация социаль әһәмиәтле объекттар – мәктәптәр һәм балалар баҡсаларына ла ҡағылды. Мәҫәлән, Толпар ауылындағы башланғыс мәктәп ҡыйығына һәм Игенйылға дөйөм белем биреү мәктәбенең спорт залына капиталь ремонт эшләнгән, Юрмаш башланғыс мәктәбе бинаһында капиталь ремонт буйынса төҙөлөш-монтажлау эштәре башҡарылған.
Мәғариф һәм мәҙәниәт объекттарында ағымдағы ремонт үткән. Район үҙәгендәге “Әкиәт” балалар баҡсаһының капиталь ремонтына республика бюджетынан 23,2 миллион һум аҡса бүленде. Подрядсы ойошма эштәрҙе дауам итә, балалар ваҡытлыса башҡа балалар баҡсаларына таратылған.
Ринат ҠӘЙҮМОВ.
Читайте нас: