+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Ноябрь 2020, 17:15

Торттар биҙәй өҫтәлдәрҙе

Хәҙерге ваҡытта эш-йомоштар социаль селтәрҙәр аша хәл ителгәс, күпселек ҡатын-ҡыҙҙар шунда үҙҙәренең ижад емештәрен халыҡҡа еткерә, күрһәтә, тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Был айырыуса бәләкәй бала ҡарап өйҙә ултырған йәш әсәйҙәр өсөн уңайлы: декрет ялында бала ҡарауҙан тыш, башҡа эштәргә, хатта заказға төрлө ҡул эштәре башҡарырға ваҡыт табыусылар күп. Әйтәйек, һуңғы осор селтәр, башҡа төрлө милли биҙәүестәр, этник стилдәге кейемдәр тегеү модаға инеп китһә, торт, бәлештәр, сәк-сәк һәм башҡа шундай тәмлекәстәр бешереү ҙә популярлыҡ яулай. Гәзит уҡыусыларҙы шундай оҫта торт бешереүсе ҡыҙҙар – Рәсимә һәм Наилә менән таныштырғым килә.

Сәйетбаба ауылы һылыуы Рәсимә Хәйбуллина, Бурлы ҡыҙы Наилә Шәрипова икеһе лә күп балалы әсәй булыуҙарына ҡарамаҫтан, донъя мәшәҡәттәренә генә күмелеп ултырмай, бар күңелдәрен һалып, торт бешерәләр. Уларҙың тәмлекәстәренең матурлығына хайран ҡалып, хатта уларҙы ашарғамы-юҡмы икән, тип ҡыймай ҙа тораһың әле! Тотошлайы ҡойоп ҡуйған бер кәртинкәме ни: әйтерһең дә, бар фантазияһын эшкә егеп, рәссам һүрәт төшөргән!
Эшем – күңел талабы
Рәсимә менән мәктәптә, аҙаҡ педагогия колледжында бергә уҡыныҡ, дөйөм ятаҡта бер бүлмәлә йәшәнек. Мәктәп, студент йылдарынан уҡ ул үҙенең һүрәт төшөрөү оҫталығы, матур яҙыуы менән айырылып тора ине. Бәйләм, сигеүгә лә бик маһир: балаларына, туғандарына биҙәкләп баш кейемдәре, йылы кофталар, бейәләй, ойоҡбаштар бәйләп кейҙерә. Бәйләм әйберҙәргә лә заказдар алғылай. Ә торт бешерергә өйрәнеү уның күптәнге хыялы булған.
- Мин әле өсөнсө улым менән декрет ялында өйҙә ултырам. Оло улым Шамил, Красноусол башҡорт гимназияһының 5-се класында, уртансыһы Данил 3-сө һанлы мәктәптә өсөнсө класта уҡый. Кесе улыма ике йәш. Бешеренеү оҫталығы бәләкәйҙән килә. Күп балалы ғаиләлә үҫтем, 8 бала араһында мин бишенсеһе. Апайҙарымдан күреп төрлө тәмлекәстәр бешерә торғайным. Иң беренсе тортымды һеңлемдең тыуған көнөнә бешерҙем. Шунан бер ҡыҙҙа оҫталыҡ дәресе үттем. Интернет селтәренән ҡарап бисквит, кремдар эшләп өйрәндем. Торттарымды күреп, тәмләп ҡарап, таныштарым, туғандарым һорай башланы. Ә заказ бу-йынса беренсе тортымды туйға бешерҙем, ике ҡатлы, ауырлығы өс кило ярымлы торт ине. Бешереүгә кәрәк әйберҙәрҙе Стәрлетамаҡтағы кондитер магазиндарынан алам. Мин күберәк мастика менән эшләүгә өҫтөнлөк бирәм, кремдар менән дә эшләйем. Торт бешереү миңә бик оҡшай, бар күңелемде һалып башҡарырға тырышам. Был тәмле ризыҡ ҡына түгел, ә үҙенә күрә бер матурлыҡ тыуҙырыу, ижади эш кеүек. Аҙнаһына яҡынса 2-3 торт бешерәм. Формаһын, биҙәлешен күпселек клиенттарымдың теләктәре бу-йынса эшләйем. Ике тапҡыр торттарымды Ҡазанға алып киттеләр, иҫән-һау ғына алып барып еткергәндәр. Бер йыл элек Стәрлетамаҡтан Красноусолға күсенеп ҡайттыҡ. Бәләкәй улым тыуғас шөғөлөмдө туҡтатып торғайным, сөнки балаларға күп иғтибар бүлергә кәрәк. Һораусылар күп булғас, яратҡан эшемде дауам иттем. Эшем - күңел талабы, килем килтереүсе сығанаҡ та. Артабан да торт бешереүемде дауам итәм, әлеге ваҡытта яңы рецептар өйрәнәм, тәбиғи аҙыҡтар менән эшләйем, - тип ҡыуанып бүлеште Рәсимә уйҙары менән.
Сабырлыҡ та, фантазия ла кәрәк
Икенсе геройым – Наилә менән балаларыбыҙ бер класҡа уҡырға төшкәс ныҡлап таныштыҡ. Мәктәптәге йәрминкәләрҙә ул бешергән торт, пирожный, капкейктар күҙ асып йомған арала юҡ була. Малайҙары менән өҫтәлгә теҙеп өлгөрмәйҙәр, алып та бөтәләр.
Һөнәре буйынса һатыусы, контролер-кассир Наилә бәләкәйҙән кондитер булырға хыялланған. Ҡасандыр тормош иптәше Фәнил ағай менән үҙҙәренең сауҙа нөктәһен дә асҡайнылар. Тик тормош гелән генә беҙ теләгәнсә бармай шул: ҡапыл ғына ғаилә башлығы ҡаты ауырып вафат була. Береһенән-береһе бәләкәй өс бала менән ҡалған Наилә, һаулығы ҡаҡшау сәбәпле, эшен туҡтатып тора.
- Операциянан һуң магазинымда эшләй алмағас, өйҙә генә аҡса эшләү юлдарын эҙләй башланым. Тәүҙә тырнаҡ буяу, үҫтереү менән шөғөлләнеп ҡараным, тик уға түҙемлегем етмәне. Аҙаҡ торттар бешереп әхирәттәремә, туғандарыма ауыҙ иттерҙем. Шунан яйлап тыуған көндәргә, Ҡөрьән аштарына, туйҙарға заказдар йыйыла башланы. Шулай итеп, эшем яйға һалынды. Иң тәүҙә торт һатҡан аҡсаға бешерә торған формаларын, буяуҙар, аҙаҡ аҡса йыйып, һүрәттәрен баҫтырып сығара торған принтер һатып алдым. Һүрәттәрҙе сығарырға оло улым Илвир ярҙам итә, үҙем эшләй белмәйем (көлә). Ул үҙе лә аш-һыуға оҫта, «һә» тигәнсе ҡамырын баҫып пицца бешереп ала. Илвир Бурлы урта мәктәбенең 7-се, уртансы улым Илмир 5-се класта уҡыйҙар, бәләкәсем Илсаф балалар баҡсаһына йөрөй. Улдарым минең иң ҙур таяныстарым, ярҙамсыларым.
Торттарҙы күпселек кремдан сәскәләр менән биҙәйем. Заказ биреүселәрҙең күбеһе форма, биҙәлешен үҙемдең ҡарамаҡҡа ҡалдыра. Һәр торт бер көн алдан кис бешерелә. Татлы ризыҡты өҫтәлгә еткергәнсе байтаҡ көс түгергә, фантазияны эшкә егергә тура килә. Торт бешереү - сабырлыҡ һәм ваҡыт талап иткән ижади эш ул. Шуға улдарым һәр минуттың ҡәҙерле икәнен аңлай, бер ҙә юҡҡа борсомайҙар, - ти уңған хужабикә. Наиләнең тағы ла бер шөғөлө бар - бик оҫта итеп алмазлы мозаика менән картиналар эшләй ул. Был ижад емешенә лә заказдары булып тора икән.
Рәсимә менән Наилә икеһе лә бөгөн яратҡан шөғөлдәрендә ярайһы ғына тәжрибә туплағандар. Крем өсөн ниндәй ҡаймаҡ кәрәклеге, биҙәк эшләү өсөн ҡайһы яйланма яҡшыраҡ икәнен һәм был эштең башҡа нескәлектәрен беләләр. Ҡулдары көндән-көн етеҙләнә, оҫтара барһа ла, улар һаман эҙләнә, өйрәнә. Клиенттың теләген үтәү – уңыш сере икәнен яҡшы аңлай улар.
Эйе, хәҙер ҡунаҡ йә туй мәжлесе булһынмы, тыуған көндәр үткәрһендәрме, кешеләр магазиндан әҙер торт һатып алмай, ә күпселек ошондай оҫтабикәләрҙән үҙҙәренә тәғәйен генә торт бешертеп алыуҙы хуп күрә. Геройҙарым бына шулай кешеләрҙе ҡыуандыра. Һәр кем уларға рәхмәт әйтеп, ҡулыңдан һөйөн, тип теләктәрен еткерә. Матурлыҡты тоя белгән оҫтабикәләргә был тағы ла дәрт өҫтәй, илһам бирә. Ҡоштоң матурлығы төҫөнә ҡарап, кешенең матурлығы эшенә ҡарап, тигән һүҙҙәр геройҙарымдың булмышын асып һала.
Әлфиә СӘЛИМЙӘНОВА.
Бурлы ауылы.
Читайте нас: