+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Ноябрь 2020, 14:02

Атамалар дөрөҫ ҡулланылмаған

Быйыл Башҡортостан Республикаһы буйынса Росреестр Идаралығы юл күрһәткестәрендә географик атамаларҙы дөрөҫ ҡулланмаған өсөн юл хәрәкәтен ойоштороуға яуаплы кешеләргә ҡарата 7 административ эш асты (РФ КоАП-ының 19.10-сы статьяһы бу-йынса).

Административ эштәр һөҙөмтәһендә яуаплы кешеләр юл күрһәткестәрен ҡайтанан ҡуйыу сараһын күрә. Әлеге ваҡытта өс күрһәткес билдә алмаштырылған һәм тораҡ пункттарҙың дөрөҫ атамаһын белдереп тора.
Географик объекттарҙың исемдәрен һәр ваҡыт бер төрлө күрһәтеүҙе тәьмин итеү маҡсатында Башҡортостан Республикаһы Географик атамаларының дәүләт каталогы (ГКГН) булдырылған, уның менән Росреестр сайтында “Асыҡ мәғлүмәттәр” вкладкаһында танышырға була.
Идаралыҡ картография материалдары төҙөүгә һәм юл күрһәткестәрен ҡуйыуға яуаплы кешеләргә географик объекттар атамаларының яҙылышын ГКГН-дағы мәғлүмәттәр менән, шулай уҡ “Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошо” рәсми белешмәһе менән сағыштырып, дөрөҫләргә кәңәш итә.
Читайте нас: