+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Ноябрь 2020, 14:50

Һаулығыңды йәштән һаҡла

Хәҙерге йәмғиәттең кире күренештәре араһында наркомания һәм наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше проблемаһы киҫкен ҡала килә. Йыл һайын беренсе ҡулланыуҙан уҡ кеше организмын емереүсе наркотиктарҙың яңы агрессив төрҙәре барлыҡҡа килә.

Хәҙерге йәмғиәттең кире күренештәре араһында наркомания һәм наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше проблемаһы киҫкен ҡала килә. Йыл һайын беренсе ҡулланыуҙан уҡ кеше организмын емереүсе наркотиктарҙың яңы агрессив төрҙәре барлыҡҡа килә.
19 октябрҙә Башҡортостанда “Ҡайҙа үлем һаталар, хәбәр ит!” Бөтә Рәсәй наркотиктарға ҡаршы акцияһының икенсе этабы башланды. Наркотиктар һәм психотроп матдәләрҙең законһыҙ әйләнешенә йәмәғәтселектең иғтибарын йүнәлтеү, сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыу маҡсатында уҙғарылған акция сиктәрендә Балалар ижады үҙәге (директор вазифаһын башҡарыусы – Р.Н.Кинйәбаев) педагогтары һәм тәрбиәләнеүселәре тарафынан төрлө формалағы саралар: әңгәмә, тематик программалар, фильмдар ҡарау ойошторҙо. Шулай уҡ “Ғафуриҙың йәш барабансылары”, “Ветер перемен” (етәксеһе – Ә.Р.Насирова), “Ирекмәндәр” (А.М.Фәйзуллина) ижади берекмәләре һәм педагог-ойоштороусы О.П.Безовчук ҡатнашлығында флешмоб үтте. Саралар барышында “ышаныс телефондары” яҙылған “Һеҙ кемдең ҡайҙа наркотиктар һатҡанын беләһегеҙме?” тигән листовкалар таратылды.
“Ҡайҙа үлем һаталар, хәбәр ит!” Бөтә Рәсәй наркотиктарға ҡаршы акцияһының үтеүе тураһында мәғлүмәт Балалар ижады үҙәгенең рәсми сайтында һәм Бәйләнештә төркөмөндә урынлаштырылды.
Акция йәштәрҙе һәм балаларҙы сәләмәтлегеңде һаҡлауҙың берҙән-бер ышаныслы юлы – спорт менән шөғөлләнеү, шәхси гигиена талаптарын теүәл үтәү һәм бөтә насар ғәҙәттәргә “ЮҠ” тип әйтергә өндәгән сара булды.
Читайте нас: