+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Ноябрь 2020, 14:15

Бүлектәр араһында тәүге бишәү иҫәбендә

Енәйәтселеккә һәм хоҡуҡ боҙоуҙарға ҡаршы тороу, халыҡ мәнфәғәтен һәм именлеген һаҡлау бурысын көслө ихтыярлы, оператив – эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре генә башҡара ала. Тап ошо хоҡуҡ тәртибен, именлекте һаҡлаусылар 10 ноябрҙә үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан ра-йон эске эштәр бүлеге начальнигы, полиция майоры Ильяс Әхәт улы РӘХМӘТУЛЛИН бүлектең эшмәкәрлеге менән таныштыра. Һүҙ – етәксегә:

Енәйәтселеккә һәм хоҡуҡ боҙоуҙарға ҡаршы тороу, халыҡ мәнфәғәтен һәм именлеген һаҡлау бурысын көслө ихтыярлы, оператив – эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре генә башҡара ала. Тап ошо хоҡуҡ тәртибен, именлекте һаҡлаусылар 10 ноябрҙә үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан ра-йон эске эштәр бүлеге начальнигы, полиция майоры Ильяс Әхәт улы РӘХМӘТУЛЛИН бүлектең эшмәкәрлеге менән таныштыра. Һүҙ – етәксегә:
-Ағымдағы йылда район эске эштәр бүлегенең оператив-хеҙмәт эшмәкәрлеге районда криминоген хәлде тотороҡландырыуға, хоҡуҡ боҙоуҙарҙы профилактикалауға, йәмәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә, енәйәттәрҙе үҙ ваҡытында асыуға һәм сифатлы тикшереүгә йүнәлтелде.
Быйыл насар эшләмәнек, тип әйтергә кәрәк. 9 ай йомғаҡтары буйынса район биләмәһендә енәйәт ҡылыу осраҡтары 257 (былтырғы менән сағыштырғанда 31-гә әҙерәк) булды. Уларҙы асыу кимәле 85% тәшкил итте.
Уҙған йыл менән сағыштырғанда ҡайһы бер енәйәт ҡылыу осраҡтарының кәмеүе күҙәтелде. Быны, әлбиттә, профилактик эштең яйға һалыныуы менән аңлатырға була. Район биләмәһендә 3 үлтереү (былтырғы йылдан күскән) факты булды, һаулыҡҡа ауыр зыян килтереү осраҡтары – 4 (3-кә әҙерәк), урлашыуҙың – 69 (6-ға кәмерәк), асыу кимәле – 77,7%, фатирҙан урлауҙың – 6 (-6) тулыһынса асылды), мал юғалыуҙың - 5 (-5), мутлашыуҙың 8 (-5) осрағы теркәлде. Йәмәғәт урындарында эскән килеш йөрөүҙең – 188, ваҡ хулиганлыҡ ҡылыуҙың – 83, үлтереү менән янауҙың 33 осрағы булды. Һөжүм итеү (юл баҫыу), талау
факттарына юл ҡуйылманы. Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешен контролдә тотоу йүнәлешендә лә ҙур эш алып барыла. Наркотик һаҡлауҙың 6 осрағы асылды. Хеҙмәткәрҙәрҙең оператив эш итеүенән ике осраҡта наркотиктарҙы әйләнештән алыу факты теркәлде. Бында ситтән килгән, элек ошондай ҡара эштәре өсөн хөкөм ителгән йәш ғаилә пары беҙҙең районда синтетик наркотик һатыуҙы ойошторорға маташҡанда ҡулға алынды. Административ хоҡуҡ боҙоуҙар уҙған йыл менән сағыштырғанда 20-гә күберәк булып, 1217 тәшкил итте.
Профилактик эш һәм енәйәттәрҙе асыу буйынса, ғөмүмән һәр йәһәттән республиканың 63 Эске эштәр бүлеге араһында алдынғылар - тәүге бишәү иҫәбендәбеҙ, йылдан-йыл яҡшыраҡ эшләргә тырышабыҙ.
Былтыр Полиция көнөндә юғары һөҙөмтәләребеҙ уңайынан бүлек Маҡтау грамотаһы, “Лада-Веста” автомашинаһы, телевизор менән бүләкләнде. ППС бүлексәһенә “Шевроле-Нива” автомашинаһы тапшырылды. Полиция начальнигының йәмәғәт тәртибен һаҡлау буйынса урынбаҫары, полиция подполковнигы Жәлил Әнүәр улы Ғәйнуллин РФ Эске эштәр министрлығының Маҡтау грамотаһына лайыҡ булды.
Район эске эштәр бүлеге 85 кешене берләштерә. Бүлек ЭЭМ уҡыу йортон тамамлаусы йәш кадрҙар менән тулылана. Улар хеҙмәт стажы тулып, отставкаға китеүсе өлкән коллегаларын алыштыра. Бүлектең арҡа һөйәген тәшкил иткән хеҙмәткәрҙәребеҙ: тикшереүсе Наталья Викторовна Лапатина менән эксперт-криминалист Рөстәм Хәйҙәр улы Зыязетдинов отставкалағыларҙың иҫәбен тулыландырҙы.
Байрам уңайынан айырыуса һөҙөмтәле һәм оператив эшләүселәрҙең, үҙ һөнәре оҫталарының бер нисәүһен атап китергә кәрәк. Улар: 25 йылдан ашыу участка уполномоченныйы булып эшләгән Ғәли Ғәлинур улы Суфиянов, йәш хеҙмәткәр Ринат Рәфит улы Хөснөтдинов, ППС бүлексәһе командиры Илмир Радик улы Байбулдин, тыл начальнигы Марсель Мазһар улы Мәхийәнов, оператив эш буйынса начальник урынбаҫары Рифат Риф улы Ситдиҡов, оператив дежурный ярҙамсыһы Артур Винер улы Ҡунафин, водителдәр Артур Илмир улы Ғәйфуллин менән Зинфир Рамазан улы Ғиззәтуллин, ЮХХДИ-ның өлкән инспекторы Артур Альберт улы Әсәҙуллин, личный состав менән эш буйынса өлкән инспектор Регина Роберт ҡыҙы Миңлебаева. Айырыуса һөҙөмтәле эшләгән тәүтикшереүселәр бүлексәһенән өлкән тәүтикшереүсе вазифаһын башҡарыусы Гүзәл Камил ҡыҙы Рафиҡова етәкселегендә тәүтикшереүселәр Анна Павловна Булатова, Илгиз Сәлимйән улы Түзбәков, Алина Илшат ҡыҙы Солтанова маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ.
Бөгөн беҙ ветерандарыбыҙҙы ла (улар – 100-ҙән ашыу) айырыуса ҙур ихтирам менән билдәләп үтергә теләйбеҙ. Хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамаҫтан, йәш хеҙмәткәрҙәр менән үҙҙәренең һөнәри белемдәре һәм бай тәжрибәләре менән уртаҡлашыуҙа уларҙың тос ярҙамын тоябыҙ. Бының өсөн уларға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.
Форсаттан файҙаланып, бүлектең бөтөн личный составын, ветерандарыбыҙҙы, уларҙың ғаилә ағзаларын һөнәри байрамыбыҙ – Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас ҡотлайым. Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, рухи күтәренкелек, бәхет һәм ғаиләләрегеҙгә именлек, Ватаныбыҙ хаҡына яуаплы һәм тынғыһыҙ хеҙмәтегеҙҙә уңыштар, байрамса күтәренке кәйеф теләйем.
Читайте нас: