+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Ноябрь 2020, 14:57

Именлек һаҡсылары байрамы менән!

Районыбыҙҙың хөрмәтле Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!

Районыбыҙҙың хөрмәтле Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!
Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ –фиҙаҡәр хеҙмәте менән ра-йон халҡының именлеген тәьмин итеүсе көслө рухлы кешеләр байрамы айҡанлы ҡотлайым. Эске эштәр органдары һәр ваҡытта ла законлылыҡ һәм хоҡуҡ тәртибе һағында уяу тора.
Әлеге көндә полиция хеҙмәткәрҙәре төрлө бурыстар үтәй. Улар – йәмәғәт тәртибен һаҡлау, енәйәттәрҙе иҫкәртеү һәм асыу, терроризмға һәм экстремизмға ҡаршы тороу, енәйәтселек һәм наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше менән көрәш. Юғары мораль сифаттар, тәрән белем, граждандарға иғтибарлы һәм хәстәрлекле ҡараш талап иткән хеҙмәтегеҙ хаҡлы рәүештә иң ауыр һәм яуаплы хеҙмәттәрҙең береһе. Полиция хеҙмәткәрҙәре ваҡыт менән иҫәпләшмәй, һаулығын һәм ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, тәүлек әйләнәһенә хеҙмәт итә. Ра-йон халҡы үҙ бурыстарын намыҫлы үтәгән, әҙәплелек һәм принципиаллек өлгөһө булған хоҡуҡ һаҡсылары менән сикһеҙ ғорурлана.
Ябай булмаған хеҙмәтегеҙ, һайлаған һөнәрегеҙгә тоғро ҡалыуығыҙ, законлылыҡ һәм хәүефһеҙлек һағында уяу тороуығыҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Яуаплы хеҙмәтегеҙҙең бар ауырлығын һеҙҙең менән бергә кисергән ғаиләгеҙгә һәм яҡындарығыҙға ла рәхмәт һүҙҙәре еткерергә рөхсәт итегеҙ.
Һеҙгә һәм ғаиләгеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, аяҙ күк йөҙө, бәхет һәм Ватан алдындағы хеҙмәтегеҙҙә уңыштар теләйем.
Читайте нас: