+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Ноябрь 2020, 14:37

“Красноусол” минераль һыуын - водоматтан

Күптән түгел район хакимиәте инициативаһы менән Красноусол үҙәгендә, “Ихлас” сауҙа комплексы ҡаршыһында “Тере һыу” ЯСЙ-е вәкилдәре өр-яңы заманса водомат (“Красноусол” минераль һыуын ҡойоп алыу ҡоролмаһы) урынлаштырҙы. Уның ярҙамында данлыҡлы Красноусол шифалы изге шишмәләре һыуы үҙ һатып алыусыларын таба.

Был компания тарафынан ошондай ҡоролмалар Өфөлә йөҙләгән урында ҡуйылған. Беҙҙә иһә өсәүҙе урынлаштырырға тейеш булһалар, әлегә берәү менән сикләнгәндәр. Водоматтан ҡулланыу, нисек һыу алыу, түләү хаҡында ҡоролманың үҙендә үк инструкцияһы, барлыҡ мәғлүмәт менән танышырға мөмкин. Әлегә һалҡын булыуын иҫәпкә алғанда, һыу бик үтемле булмаһа ла, йәйге эҫелә водомат янынан кеше өҙөлмәҫ.
Читайте нас: