+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Ноябрь 2020, 14:33

Мәктәптәрҙә дезинфекция үткәрелде

Коронавирус һаман үҙ ҡаршылыҡтарын күрһәтеп, һис тә сигенергә теләмәй. Ошо мәкерле сир арҡаһында мәктәптәрҙә каникулдар ҙа башҡа йылдарға ҡарағанда оҙағыраҡҡа һуҙылды. Үткән аҙнала балалар көҙгө каникулдан мәктәпкә килеүҙәренә бөтә кластарға, коридорҙарға, ашханаларға, кейенеү-сисенеү бүлмәләренә, спорт залдарына ветеринария хеҙмәткәрҙәре тарафынан дезинфекция үткәрелде.

Коронавирус һаман үҙ ҡаршылыҡтарын күрһәтеп, һис тә сигенергә теләмәй. Ошо мәкерле сир арҡаһында мәктәптәрҙә каникулдар ҙа башҡа йылдарға ҡарағанда оҙағыраҡҡа һуҙылды. Үткән аҙнала балалар көҙгө каникулдан мәктәпкә килеүҙәренә бөтә кластарға, коридорҙарға, ашханаларға, кейенеү-сисенеү бүлмәләренә, спорт залдарына ветеринария хеҙмәткәрҙәре тарафынан дезинфекция үткәрелде.
Был яуаплы һәм ҡатмарлы эш ветеринар фельдшер Илдар Ишбулдин менән санитар-водитель Азамат Вәлиевҡа йөкмәтелгән. Улар зарарһыҙландырыусы эштәр башҡарғанда махсус кейемдәр кейә, дүртенсе хәүефһеҙлек класына ҡараған “Авирбак” иретмәһе файҙаланыла. Һиптереү процедураһынан һуң санитар таҙартыу үткәрелеп, бөтә бүлмәләр ҙә елләтелә. Инструкцияға ярашлы зарарһыҙландырыу үткәргәндән һуң ике сәғәт үткәс бүлмәгә кешеләргә керергә ярай.
Йома көндө Курорт, Красноусолдағы Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе, Нияз Мәжитов исемендәге башҡорт гимназия-интернатында, 1-се, 2-се, 3-сө һанлы урта мәктәптәрҙә дезинфекция үткәрһәләр, ял көндәрендә башҡа ауыл мәктәптәрендә был эште башҡарыу менән мәшғүл булғандар.
- Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр ойошма һәм предприятиеларҙа дезинфекция үткәрә. Был сараға районда эпидемиологик хәл иғлан ителгәс тә тотонғайныҡ. Биләмәләрҙә был эштә туранан-тура беҙҙең ветеринар участка эшселәре ҡатнаша. Һәр кем үҙенә ҡушылған эште еренә еткереп башҡарырға тырыша. Һәр беребеҙ был вирустың тиҙерәк юҡҡа сығыуын теләй бит, шуға ла дезинфекция үткәреү мөһим эштәрҙең береһе булып торалыр тип уйлайбыҙ. Күптән түгел Татарстанда “ҡош киҙеүе” асыҡланыуға бәйле, был сиргә ҡаршы тороу мәсьәләһе лә киҫкен тора. Халыҡ кәрәкле профилактика саралары күреп, бөтә ҡаршылыҡтарға әҙер торһондар ине, - ти ветеринария хеҙмәте начальнигы Фаил Һәҙиәт улы Зәйнетдинов.
Дүшәмбенән мәктәптәрҙә башланғыс һәм 11-се кластар көҙгө каникулдан һуң уҡый башланылар ҙа инде. Шомландырып торған хәүефле сиргә ҡаршы мәктәптәр эшкәртелгән, тик шулай ҙа һаҡланыу сараларын етди үтәргә кәрәк. Балаларға һәм мәктәп коллективтарына икенсе сиректе бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ, уңышлы йырып сығырға булһын.
Коронавирусҡа ҡаршы көрәшкә сыҡҡан Илдар Мөхәмәтһаҙый улы менән Азамат Зәкәриә улына ныҡлы һаулыҡ теләп, рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Барыбыҙға ла һау-сәләмәт булырға яҙһын.
Читайте нас: