+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Ноябрь 2020, 14:55

“Табын” икеләтә ҡыуандырһын

Ваҡыт тигәнең бик тиҙ үтә. Матбуғатҡа яҙылыу осороноң да яртыһы артта ҡалды. Киләһе йылда ла “Табын“лы булыр өсөн ваҡыт табып гәзиткә яҙылып ҡуйығыҙ ҙа, “Аҙна һайын бүләк”тә ҡатнашығыҙ.

Ваҡыт тигәнең бик тиҙ үтә. Матбуғатҡа яҙылыу осороноң да яртыһы артта ҡалды. Киләһе йылда ла “Табын“лы булыр өсөн ваҡыт табып гәзиткә яҙылып ҡуйығыҙ ҙа, “Аҙна һайын бүләк”тә ҡатнашығыҙ.
“Табын”ды һәр саҡ алдырыусы уҙған аҙна еңеүсеһе Мәндем ауылынан Миңзәлә Монасипова (һүрәттә), гәзиткә яҙылған квитанцияһын беренсе тапҡыр тапшырып, бүләк отоуына шатланыуын йәшермәй. “Ташлыға барып гәзиткә яҙылдым да, үҙемде һынап ҡарарға булып, квитанциямды юл ыңғай редакцияла ҡалдырып киткәйнем”, - ти Миңзәлә Хөрмәт ҡыҙы.
Ә был аҙна бүләге - салат һауыттары йыйылмаһы кем өлөшөнә булыр? Һеҙҙән квитанциялар көтөп ҡалабыҙ. Шуны ла онотмағыҙ, декабрь аҙағында гәзиткә яҙылыусылар араһында тостер, электр сәйнүге, блендер һәм көнкүрештә бик тә кәрәкле башҡа матур бүләктәр уйнатыласаҡ.
Шулай итеп, “Табын”ға ярты йылға яҙылыу 979 һум 32 тин (индексы ПО 706), пенсионерҙарға 933 һум 84 тин (ПО 707), һуғыш ветерандары һәм 1-се, 2-се төркөм инвалидтарына – 844 һум 80 тин (индексы ПО 707) тора. Красноусолда йәшәүселәр редакция аша 720 һумға яҙыла ала. Гәзиттең электрон вариантына 588 һумға яҙылырға мөмкин. Матбуғатҡа барлыҡ почта бүлексәләрендә, шулай уҡ Интернет аша podpiska.pochta.ru сайтында, Рәсәй почтаһының мобиль ҡушымтаһында йәки хат ташыусыны йортоғоҙға саҡырып яҙыла алаһығыҙ.
Читайте нас: