+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Ноябрь 2020, 13:00

Байрам менән, ауыл эшсәндәре!

Хөрмәтле агросәнәғәт комплексы эшсәндәре, тармаҡ ветерандары!Һөнәри байрамығыҙ - Ауыл хужалығы эшсәндәре һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы ихлас күңелдән ҡотлауҙарымды ҡабул итегеҙ!

Хөрмәтле агросәнәғәт комплексы эшсәндәре, тармаҡ ветерандары!
Һөнәри байрамығыҙ - Ауыл хужалығы эшсәндәре һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы ихлас күңелдән ҡотлауҙарымды ҡабул итегеҙ!
Ауыл хужалығы эшсәндәренә ауылдаштарының оло ихтирамын яулап, көндәлек эштәрен күңел һалып башҡарыу, данлы хеҙмәт традицияларына тоғролоҡ сифаттары хас. Әлеге ҡатмарлы эпидемиологик хәлдә ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте – ил иҡтисадының мөһим тармағы һәм халыҡ сәләмәтлегенең нигеҙе икәнлеген тағы ла яҡшыраҡ аңлайбыҙ.
Бөгөн беҙ хөрмәтле ауыл уңғандары, фиҙаҡәр хеҙмәт алдынғылары һәм ауыл хужалығы тармағы ветерандары алдында баш эйәбеҙ.
Ергә хужаларса хәстәрлекле, яуаплы ҡарашығыҙ, юғары һөнәри оҫталығығыҙ агросәнәғәт комплексы үҫешенә шарттар тыуҙыра, илгә икмәк үҫтереүгә, ит һәм һөт етештереүгә булышлыҡ итә, хеҙмәтегеҙҙең емештәре өҫтәлдәребеҙҙә урын ала. Тырыш хеҙмәтегеҙ һәм һөнәрегеҙгә тоғро ҡалыуығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә!
Барлыҡ ауыл эшсәндәренә ныҡлы һаулыҡ, муллыҡ, яҡшы һауа торошо һәм бар башланғыстарында уңыштар теләйем! Һеҙҙең намыҫлы хеҙмәтегеҙ яңы ҡаҙаныштарға һәм оло баһаға лайыҡ булһын!

Фәнзил СЫҢҒЫҘОВ,
Муниципаль район хакимиәте башлығы.

Читайте нас: