+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Ноябрь 2020, 12:50

Полиция хәбәр итә

(22 - 30 октябрь)

22 октябрҙә Йөҙимән ауылында өйҙән спиртлы продукция һатыу факты теркәлә. Хоҡуҡ боҙоусыға административ протокол төҙөлә.
23 октябрҙә шәхси пилорама хужаһына полицияға мөрәжәғәт итеүҙән башҡа сара ҡалмай. Уның ихатаһында пилорама урынлашҡан хужалыҡ бинаһынан “Штиль” бензин бысҡыһына “айыу майы” һөрткәндәр.
25 октябрҙә Красноусол кешеһе төндә тыныслыҡты боҙоуға зарланған. Гражданин йорто янында һыра бары эшләүе, унда төнө буйы автомашиналар тауышы һәм йәштәрҙең кәйеф-сафа ҡороуы тыныс ҡына йоҡларға ирек бирмәүенә зарланып хоҡуҡ һаҡсыларына мөрәжәғәт иткән.
28 октябрҙә район үҙәге кешеһе билдәһеҙ әҙәмдәрҙең машинаһын урлап алып китергә уйлауҙарын асыҡлаған. Ул “ВАЗ-2107” автомашинаһын өйө янында ҡалдырған булған, насар уйлы бәндәләр уны төндә алып китергә уйлаған. Был факт буйынса енәйәт эше асылған.
Ошо уҡ көндә Аҡкүл ауылы янында трассала водитель үҙенең транспортында бер һыйырҙы бәрҙергән.
Ошондай уҡ хәл икенсе көндә теркәлгән. Бында инде ҡапыл урмандан килеп сыҡҡан мышы тәгәрмәс аҫтына эләгеп, ҡорбан булған. Билдәһеҙ ир кеше дежур бүлеккә Стәрлетамаҡ-Красноусол автомобиль юлында мышыны бәрҙереүҙәре хаҡында хәбәр иткән.
29 октябрҙә Красноусолдағы Коммунистик урамында урынлашҡан магазиндан бәлиғ булмағандарға спиртлы продукция һатыу факты теркәлә.
“Полиция-Балалар” операцияһы сиктәрендә 22.00 сәғәттән һуң өлкәндәр оҙатыуынан тыш урамда йөрөү факты асыҡланған. Административ хоҡуҡ боҙоу тураһында эш асылған.
30 октябрҙә район кешеһе Цапаловка ауылы янында шәкәр сөгөлдөрө тейәлгән йөк автомашиналарының авария хәүефе тыуҙырыуҙарына зарланып, дежур бүлеккә шылтыратҡан.

Район эске эштәр бүлеге штабынан алынған мәғлүмәттәр буйынса Индира ИШКИНА әҙерләне.

Читайте нас: