+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Ноябрь 2020, 18:20

Байрам фажиғәғә килтермәһен өсөн

Күптәрҙең көтөп алған байрамы - Яңы йыл һәм унан һуңғы байрамдар, ғәҙәттә салют, фейерверк, петарда, ракета, хлопушка һәм башҡа төрлө пиротехник изделиеларһыҙ үтмәй. Пиротехник изделиеларҙың 5 класс төрө бар. 1-се, 2-се, 3-сө төр изделиеларҙы ирекле һатырға рөхсәт ителһә, 4-се һәм 5-се төрҙәр һөнәри пиротехникаға ҡарай һәм уларҙы махсус лицензия менән генә алырға ярай.

Байрамдар фажиғәғә килтермәһен өсөн пиротехника менән ҡулланыуҙың төп 10 ҡағиҙәһен үтәргә кәрәк:
- торлаҡ йорттарға һәм тиҙ генә янып китә торған предметтарға, ағаслыҡтарға 30 метрға яҡын ерҙә салют атырға;
- пиротехниканы кеҫәлә йөрөтөргә;
- фитилде тоҡандырғанда биткә яҡын килтерергә һәм янып торған фейервекка яҡын килергә;
- көслө ел булғанда уны тоҡандырырға;
- ракета һәм фейерверктарҙы кешеләргә төбәп һәм автомобиль эргәһендә тоҡандырырға;
- петардаларҙы аяҡ аҫтына бәрергә;
- пиротехниканы тоҡандырғанда тәмәке тартырға ҡәтғи рәүештә ярамай.
Пиротехника менән ҡулланыр алдынан уның инструкцияһын иғтибар менән уҡығыҙ, бөтә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ.
Яңы йыл ваҡытында янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәргә онотмағыҙ:
- өйҙә бенгаль уттарын һәм шартлаусы хлопушкаларҙы ҡулланмағыҙ;
- электр гирляндалары заводта етештерелгән һәм төҙөк булырға тейеш, ә электр селтәрен заводта етештерелгән һаҡлағыс (предохранитель) менән йыһазландырығыҙ;
- шыршыға шәм ҡуймағыҙ һәм уны еңел янып китә торған материалдарҙан эшләнгән уйынсыҡтар менән биҙәмәгеҙ;
- балаларға пиротехника менән уйнарға һәм гирляндаларҙы тоҡандырырға, марля һәм мамыҡтан тегелгән костюмдарҙа шыршы эргәһендә уйнарға рөхсәт итмәгеҙ;
- өйҙән сыҡҡанда электр приборҙарын һүндерергә онотмағыҙ.
Ошо ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәү һеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың ғүмерен һәм йортоғоҙҙо янғындан һаҡлар!
Читайте нас: