+8 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Ноябрь 2020, 12:00

Уңышлылар бүләк отасаҡ! 16 ноябрҙән “Матбуғатҡа яҙыл һәм бүләк от!” республика акцияһы иғлан ителде

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! “Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йорто” 2021 йылдың тәүге ярты йыллығына һәм 2021 йылға район һәм республика баҫмаларына яҙылыусылар араһында ҡиммәтле приздар уйната.

Акцияла ҡатнашыу өсөн бер юлы ике матбуғат баҫмаһына – шул иҫәптән район гәзитенә лә яҙылырға һәм ҡатнашыу өсөн квитанцияларҙың күсермәһен, исем-фамилия, бәйләнеш өсөн телефон яҙылған заявканы 15 ғинуарға тиклем “Матбуғатҡа яҙыл һәм бүләк от!” билдәһе менән 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы,13 адресы буйынса “Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йортона йәки [email protected] электрон адресына ебәрергә кәрәк. 2021 йылдың 27 ғинуарында Башҡортостан юлдаш телеканалында “Сәләм” тапшырыуында осраҡлы рәүештә еңеүселәрҙең исем-фамилиялары билдәләнәсәк. Акцияла һыуытҡыс, телевизор, ноутбук, электр самокаты, ҡар таҙартҡыс техника һәм уникаль приздар - “Салауат Юлаев” хоккей клубы уйынсыларының автографтары менән уйын свитеры һәм “Өфө” футбол клубы уйынсыларының автографтары менән футболка уйнатыла.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, почта бүлексәләре һәм редакция аша матбуғатҡа яҙылыу 2020 йылдың 20 декабренә тиклем, электрон подписка 31 декабргә тиклем бара.
Матбуғатҡа барлыҡ почта бүлексәләрендә, шулай уҡ Интернет аша https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/ сайтында йәки редакцияла яҙыла алаһығыҙ.
Читайте нас: