Сираттағы аҙна еңеүсеһе Еҙем-Ҡаран ауылынан Г.М.Рахманғоловаға тыуған көнө алдынан гәзиттән бүләк отоу бәхете тейгән. “Китапханала эштә ултырғанда ауылдашым Раҡия апай Ҡәҙерғолова килеп һөйөнсө һораны. Бына гәзитле лә, бүләкле лә булдыҡ”, - ти ул шатланып.
Был аҙна еңеүсеһе Юрмаш ауылынан
Фәғилә Шәмсетдинованы дүшәмбе көнө 11.00 сәғәттә редакцияла көтәбеҙ.
Иң матур байрамдар – Әсә көнө һәм Бөтә донъя Бала көнөнә ҡарата иғлан ителгән конкурстарҙа ҡатнашығыҙ:
“Әсәйеңде ҡотла – бүләк от!” Гәзит аша әсәйҙәренә ҡотлау биреүселәр араһында тостер уйнатыласаҡ! Конкурс ноябрь аҙағына тиклем бара. Ҡотлауҙар реклама бүлегендә
8 (34740)2-15-25, 8-903-354-69-11 телефондары аша ҡабул ителә.
“Ҡышҡы уйындар”. Был конкурста ҡатнашыу өсөн балаларығыҙҙың уйын ваҡытында төшөрөлгән фотоһүрәттәрен редакцияның электрон адресына (
[email protected]) йәки Бәйләнештә төркөмөнә (https://vk.com/tabingazite) ебәрегеҙ. Бәйге 10 декабргә тиклем дауам итә. Бүләккә – тылсымлы төнгө шәм!
“Табын”ға яҙылығыҙ, алдырығыҙ, уҡығыҙ, таратығыҙ!