+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Ноябрь 2020, 20:45

Рейдтар үтә

Пандемияға бәйле бәлиғ булмағандар өсөн комендант сәғәтенә үҙгәрештәр индерелеп, ҡағиҙәләр ҡатыланды

Республикала һәм районда үҫмерҙәр һәм балалар өсөн индерелгән комендант сәғәте үтәлешен тикшереү буйынса рейдтар Красноусолдың йәмәғәт урындарында ла үткәрелә. Рейдтар район, ауыл хакимиәте, полиция, мәғариф бүлеге вәкилдәре һәм уҡытыусылар ҡатнашлығында уҙа.
Уҙған аҙнала ошондай тикшереүҙәрҙең сираттағыһы йома төнгө сәғәт 12-лә башланды. Район мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Розалия Мансур ҡыҙы Таһирова, Красноусолдағы 1-се, 2-се мәктәп уҡытыусылары Иван Соколов һәм Сергей Калашников, КБГИ тәрбиәсеһе Рим Рәхимов, Балалар ижады үҙәге директоры Рәмил Кинйәбаев, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Андрей Балабоновтан торған төркөм Красноусолдың Ленин, Фрунзе, К.Маркс, Октябрь, Ҡыҙыл Партизан, Коммунистик урамдарында була. Рейд барышында улар бәлиғ булмаған балаларҙы осратмай. Р.М.Таһирова әйтеүенсә, ата-әсә йәки уларҙың законлы вәкилдәренән тыш төнгө ваҡытта йәмәғәт урындарында балаларҙың йөрөүе закон менән тыйыла. Был тәү сиратта уларҙың хәүефһеҙлеге өсөн эшләнә. Йәй осоронда йәғни 1 майҙан 30 сентябргә тиклем был тыйыуҙар 24 сәғәттән иртәнге 6-ға тиклем булһа, ҡышын – 1 октябрҙән 31 апрелгәсә - 22 сәғәттән иртәнге 6-ға тиклем ғәмәлдә ҡала.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефе менән бәйле юғары әҙерлек режимы тураһындағы указына ярашлы, 17 йәшкә тиклемге балалар һәм үҫмерҙәр йәмәғәт урындарында ата-әсәләрһеҙ 22 сәғәттән иртәнге 10-ға тиклем йөрөргә тейеш түгел. Әгәр ҙә полиция хеҙмәткәрҙәре бәлиғ булмағандарҙы тотһа, уның ата-әсәһе РФ административ кодексының 5.35 статьяһына ярашлы административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Административ протокол төҙөлөп, граждандарҙың йәшәү урыны буйынса бәлиғ булмағандар эше һәм уларҙың хоҡуғын яҡлау буйынса Административ комиссияға ебәрелә. Комендант сәғәте үтәлешен тикшереү рейдтары йәки профилактик рейдтар ведомство-ара тикшереүҙәр булараҡ, хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм профилактика органдары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында ла үтә.
Читайте нас: