+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Ноябрь 2020, 18:00

Балалар һүрәттәре конкурсы

16 ноябрҙә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға арналған балалар һүрәттәре конкурсы иғлан ителде. Унда 7-12 йәшлек йәш рәссамдар ҡатнаша ала.

Иң яҡшы һүрәт авторҙары бүләктәргә лайыҡ буласаҡ.
Һүрәттең фотоһын @strana2020 һылтанмаһы һәм #ярисуюперепись хештегы менән асыҡ шәхси аккаунтта Instagram -да урынлаштырырға кәрәк.
Артабан мотлаҡ Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (ВПН) рәсми сайтында теркәлергә, йәшәгән төбәк һәм баланың йәшен күрһәтергә, шулай уҡ эштәр урынлаштырылған Instagram-да шәхси биткә һылтанма бирергә кәрәк.
Конкурс барышын социаль селтәрҙәрҙәге ВПН биттәрендә күҙәтеп барырға мөмкин. Конкурс шарттары тураһында тулыраҡ www.strana2020.ru сайтында уҡығыҙ.
Читайте нас: