+2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Ноябрь 2020, 12:25

Һөнәрмәндәр өсөн конкурс

“Йыл һөнәрмәне” конкурсы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың бер секторы булған креатив индустрияның үҫешенә һәм уға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән.

Уны республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты, Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ үҫеше буйынса агентлыҡ Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси башланғыстарға ярҙам итеү” милли проекты маҡсаттарын тормошҡа ашырыу саралары сиктәрендә үткәрә.
Конкурста бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре, үҙмәшғүлдәр һәм физик шәхестәр ҡатнаша ала. Ғаризаны 2 декабргә тиклем [email protected] электрон почтаһы аша ебәрергә мөмкин. Сара дүрт этаптан тора. Беренсеһендә конкурс эштәренең фотоһүрәттәрен һәм ғаризаны ебәрергә кәрәк. Һайлап алынып, финалға үткәндәргә эштәрҙең нөсхәһен ебәреү талап ителәсәк. “Йыл һөнәрмәне -2020” конкурсының төп номинациялары:
- керамика менән эшләгән иң яҡшы оҫта;
- металл менән художестволы эшләгән иң яҡшы оҫта;
- ҡораманы ҡулдан йәки машина менән тегеү буйынса иң шәп оҫта;
- халыҡ костюмын һәм этнографик өлгөләргә ярашлы уның элементтарын әҙерләү буйынса иң шәп оҫта;
- автор ҡурсағын һәм йомшаҡ уйынсыҡты әҙерләү буйынса иң шәп оҫта;
- ағасты художестволы семәрләү буйынса иң шәп оҫта;
- Башҡортостандың авторлыҡ сувенирын иң шәп эшләүсе-дизайнер;
- иң шәп кейеҙ оҫтаһы.
“Йыл һөнәрмәне-2020” конкурсының һөҙөмтәләрен билдәләү һәм еңеүселәрҙе ҡотлау 10-12 декабрҙә үтәсәк. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 224-99-99, 246-41-36.
Читайте нас: