-17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ноябрь 2020, 15:30

«Йәш ғаилә - 2020» конкурсы еңеүселәре билдәле булды

Өфөлә «Йәш ғаилә» ҡала конкурсы еңеүселәре иғлан ителде. Орджоникидзе районынан Хәсәновтар ғаиләһе еңеүсе тип танылды. Хәҙер улар конкурстың республика этабында баш ҡала намыҫын яҡларға тейеш.

Өфөлә «Йәш ғаилә» ҡала конкурсы еңеүселәре иғлан ителде. Орджоникидзе районынан Хәсәновтар ғаиләһе еңеүсе тип танылды. Хәҙер улар конкурстың республика этабында баш ҡала намыҫын яҡларға тейеш.
Ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, быйыл пандемия шарттарында сараны уҙғарыу концепцияһы яңынан ҡаралды. Конкурс тамашасыһыҙ, телетапшырыу төшөрөү форматында үтте.
Өфөнөң иң шәп ғаиләһе исемен алыу өсөн ҡатнашыусыларға «Ғаилә стендабы», «Ғаилә ҡиммәттәренә социаль реклама» һәм «Интеллектуаль КВИЗ» һынауҙарында мөмкин тиклем күберәк балл йыйырға кәрәк ине.
Бәйге йомғаҡтары буйынса Нурзиә һәм Рөстәм Хәсәновтар, уларҙың балалары Нурсолтан, Сәлимә «иң шәп ғаилә» тип танылды.
Ғаилә башлығы Рөстәм нефть университетында уҡыта, ә Нурзиәгә күпмелер ваҡытҡа һөнәрен алмаштырырға тура килгән. Ике йыл элек ул «Башҡортостан» гәзитендә хәбәрсе булып эшләгән, хәҙер иһә һатыу буйынса менеджер.
Улдары Нурсолтан музыка мәктәбендә баян класында уҡый, карате һәм шахмат менән шөғөлләнә. Сәлимә һүрәт төшөрөү һәм гимнастика менән мауыға.
Ғаилә республика буйлап сәйәхәт итергә ярата, бергәләшеп Шүлгәнташ мәмерйәһенә, Торатауға һәм Мораҙым тарлауығына барып ҡайтҡандар.
Башинформ.
Читайте нас в