-23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ноябрь 2020, 19:15

Иң матур башҡорт һүҙҙәре билдәле булды

1 ноябрҙә «Иң матур башҡорт һүҙе» проекты башланды. Республика халҡы ике аҙна дауамында үҙ варианттарын тәҡдим итте. Сайтҡа бөтәһе 1000-дән ашыу һүҙ килде.Халыҡтың тауыш биреүе һөҙөмтәһендә төҙөлгән исемлектә бына шундай (һүҙҙәр алфавит тәртибендә бирелгән):

1 ноябрҙә «Иң матур башҡорт һүҙе» проекты башланды. Республика халҡы ике аҙна дауамында үҙ варианттарын тәҡдим итте. Сайтҡа бөтәһе 1000-дән ашыу һүҙ килде.
Халыҡтың тауыш биреүе һөҙөмтәһендә төҙөлгән исемлектә бына шундай (һүҙҙәр алфавит тәртибендә бирелгән):
1. Атай
2.Йөрәккәйем
3.Йән
4.Йәнтөйәк
5.Ҡот
6.Намыҫ
7. Өмә
8. Сабыр
9. Тылсымлы
10. Хыял
11. Һөйәм
12. Әсәй
bashslovo.ru сайтында башҡорт телендәге иң матур яңғырашлы һүҙҙе һайлау өсөн тауыш биреү бара. 14 декабрҙә, Башҡорт теле көнөндә, ниндәй һүҙҙең иң матур икәне билдәле була. Тауыш биреүҙә теләгән һәр кем ҡатнаша ала.
Проектты ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында, шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм «Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалы хеҙмәттәшлегендә «Медиаформат» балалар-үҫмерҙәр үҙәге һәм «Телешко» балалар телевидениеһы мәктәбе. Уға республиканың дәүләт телдәрен, Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн республика Башлығы гранты аҡсаһы бүленгән. Проект авторы — Рөстәм Аҙнабаев.
Башинформ.
Читайте нас в