Башҡорт остан Республикаһы Фән һәм мәғариф министрлығы 25-27 ноябрҙә республиканың һөнәри белем биреү ойошмалары студенттары араһында башҡорт теленән олимпиада уҙғарҙы. Олимпиада башҡорт теле көнөнә арналған саралар сиктәрендә үтте.
Олимпиада ике - башҡорт теле туған тел һәм башҡорт теле Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле йүнәлештәрендә 3 турҙа уҙған. Тәүге турҙа тест эшләһәләр, икенсеһендә инша яҙғандар, өсөнсөһөндә проект эштәрен яҡлағандар. Пандемия шарттарында олимпиада электрон ресурстарҙы ҡулланып, дистанциялы форматта ойошторолған. Олимпиадала 66 уҡыу йортонан 525 студент ҡатнашҡан.
Еңеүселәр – башҡорт теле туған тел йүнәлеше буйынса Зөлфиә Ғаязова, Нефтекама нефть колледжының 1-се курс студенткаһы,
башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр араһында – Эльвина Хәбирова, Өфө күп профилле һөнәри колледжының 1-се курс студенткаһы.
Бынан тыш олимпиадала беренсе йүнәлеш буйынса - 9, икенсеһендә 15 призер билдәләнгән.