+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Декабрь 2020, 15:40

Эшҡыуарҙарға тәҡдим

Райондарҙа Хәләл мал һуйыу урыны асып, шул иттәрҙән хәләл колбасалар, ҡаҙылыҡтар эшләп халыҡҡа һатыуҙы ойоштороусы, булдыҡлы эшҡыуар ир-егеттәр табылһын ине. Бындай цех беҙҙең Родина-Ватан ауылында ла булды, совхозыбыҙ тарҡалғас барыһы ла юҡҡа сыҡты. Эй, тәмле ине хәләл колбасалар.

Ғафуриҙа, башлыса мосолмандар йәшәгән төбәктә, мотлаҡ эре малды хәләл һуйыу һәм уны эшкәртеү урыны - Эшханаһы асыу күптән өлгөргән мәсьәлә.
Арабыҙҙа, моғайын, егәрле, йүнсел ир-егеттәребеҙ барҙыр бит?
Башҡорт халҡының милли ризыҡтары донъяла иң тәмле аҙыҡтыр ул. Беҙ татлы хәләл ризыҡтар көтәбеҙ. Был мәсьәләне оҙаҡҡа һуҙмай хәл итеү эшенә тотоноп,яңынан терелтеп ебәрһендәр ине. Башҡа райондағы булдыҡлы эшҡыуарҙар ҙа был яҡшы эшкә эйәрһәләр бик шәп булыр. Әйҙә, асһындар үҙҙәренең районында.
Ә Фәнил Басировҡа - район халҡын хәләл билмәндәр һәм башҡа ризыҡтар менән туйындырып торған эшҡыуарға ысын күңелдән рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Фәүзиә ҠОТЛОГИЛДИНА-АЛТЫНБИКӘ.
Родина ауылы.
Читайте нас: