+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Декабрь 2020, 14:40

Йәрминкәгә килегеҙ!

Муниципаль район хакимиәте ауыл хужалығы предприятиеларын, крәҫтиән-фермер хужалыҡтарын, шәхси ярҙамсы хужалыҡ тотоусыларҙы 12 декабрҙә үтәсәк ауыл хужалығы йәрминкәһендә ҡатнашырға саҡыра.

Йәрминкә "Ихлас" сауҙа үҙәге алдындағы майҙанда иртәнге сәғәт 10-да башлана. Сауҙа итеүселәрҙең бөтәһе лә шәхси һаҡланыу саралары (битлек, бирсәткәләр)менән тәьмин ителгән булырға тейеш.
Йәрминкәлә ҡатнашырға теләүселәрҙе 8(34740) 2-24-49, 2-14-06 телефондарына (хакимиәттең иҡтисади үҫеш бүлеге) йәки ауыл биләмәләре хакимиәттәренә мөрәжәғәт итеүе һорала.
Читайте нас: