+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Декабрь 2020, 12:35

Йыйылмалар таратыла

Ғафури районында #Магнит. Хәстәрлек Бөтә Рәсәй социаль программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 4 һәм унан күберәк бала тәрбиәләүсе аҙ килемле күп балалы ғаиләләргә аҙыҡ-түлек йыйылмалары таратыласаҡ.

Ярҙамға мохтаж ғаиләләргә әҙерләнгән йыйылмала оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ-түлек, шул иҫәптән ярмалар, консерва, көнбағыш майы, шәкәр һәм башҡалар бар. Пакеттарҙы “Ғаилә” үҙәктәре хеҙмәткәрҙәре һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе янында ойошторолған “Беҙҙең хәстәрлек” үҙәге ирекмәндәре тарата. Уларға райондың ауыл биләмәләре башлыҡтары ярҙам күрһәтә.
Читайте нас: