+8 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Декабрь 2020, 11:10

Башҡорт теле көнө уңайынан концерт

14 декабрҙә Өфөнөң Ҡала мәҙәни-ял итеү үҙәгендә («Химик» мәҙәниәт һарайы) Башҡорт теле көнөнә арналған «Теле барҙың иле бар» тигән байрам концерты була.

14 декабрҙә Өфөнөң Ҡала мәҙәни-ял итеү үҙәгендә («Химик» мәҙәниәт һарайы) Башҡорт теле көнөнә арналған «Теле барҙың иле бар» тигән байрам концерты була.
«Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле үҙ репертуарының ынйыларынан торған программа менән сығыш яһай. Улар араһында – «Йыуаса», «Ҡул эше оҫталары», «Салауат мираҫы» йыр-бейеү композициялары һәм башҡа номерҙар. Тамашасылар билдәле, һирәк башҡарылған йырҙарҙы тыңлау мөмкинлегенә эйә. Башҡорт бейеүҙәре һәм йырҙары халыҡтың тарихы тураһында һөйләй, уларҙың йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен күрһәтә.
«Мираҫ» ансамбле – республиканың танылыу яулаған коллективтарының береһе. Ул бейеү һәм йыр төркөмөн, халыҡ уйын ҡоралдары оркестрын һәм ансамблде берләштергән. Коллективтың йыр-бейеүҙәре Башҡортостандың милли колориты, шулай уҡ Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең фольклоры менән һуғарылған.
Башинформ.
Читайте нас: