-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Декабрь 2020, 19:35

“Бишек йыры” Башҡорт теле йылына арналды

Башҡорт теле йылына сиктәрендә уҙған “Бишек” конкурсына йомғаҡ яһалды. “Тамыр” балалар-үҫмерҙәр телеканалы “Әсә йөрәге” төбәк ойошмаһы менән берлектә онотола барған боронғо бишек йырҙарын тергеҙеү, туған телде үҫтереү, халҡыбыҙҙың рухи гәүһәрҙәрен киләһе быуындарға тапшырыу маҡсатында ойошторолған конкурс Башҡортостан Башлығы грантына лайыҡ булған.

Ҡатнашыусылар интернетта йырҙарҙың видеоларын, оҫталар – үҙҙәре эшләгән бишектәрҙең фотоларын урынлаштырған.
Конкурсҡа 100 эш ебәрелгән. Билдәле этнографтарҙан, йәмәғәт эшмәкәрҙәренән, күп балалы әсәләрҙән торған жюри финалға сығыусы 24 кешене билдәләгән. Еңеүселәр 3 номинацияла: 1) бала өсөн бишек йыры, 2) бала һәм оло кеше башҡарыуындағы бишек йыры, 3) бишек эшләү оҫтаһы - бүләкләнгән.
Сараның ҡунаҡтары - Башҡортостан Башлығының тормош иптәше Каринэ Хәбирова, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, “Әсә йөрәге” советы рәйесе Гөлшат Ибраһимова, Халыҡ ижады үҙәге генераль директоры урынбаҫары, сәсәндәр үҙәге етәксеһе Нәфисә Тулыбаева еңеүселәрҙе ҡотланы.
Читайте нас в