+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Декабрь 2020, 13:05

Һәр көндә бер бүләк! 14 декабрҙән “Матбуғатҡа яҙылыусы аҙналығы” башлана

Хөрмәтле райондаштар! 14 декабрҙән 18-нә тиклем “Табын” гәзитенә яҙылыусылар араһында “Матбуғатҡа яҙылыусы аҙналығы” иғлан ителә.

Дүшәмбе – “Ғаилә көнө” тип аталып, ошо көндә гәзиткә яҙылыусыларҙың береһе Яңы йыл шыршыһы өсөн уйынсыҡтар йыйылмаһы отасаҡ, Шишәмбе “Татлы көн” тип иғлан ителә һәм был көн еңеүсеһенә 1 ҡап кәнфит бүләк итәбеҙ. Шаршамбы “Таҙалыҡ көнө” булып, гәзиткә яҙылыусылар араһында таҫтамал уйнатыла. Кесе йома – “Тәмле көн” булһын һәм кемдер аш-һыу бешереү өсөн кәстрүл отоп ҡыуаныр. Йома – сюрприздар көнө. Еңеүселәрҙең исем-фамилиялары киләһе аҙнала гәзиттә баҫыласаҡ. Гәзиткә яҙыла һалып, квитанцияларығыҙҙы редакцияға ебәрергә ашығығыҙ.
“Аҙна һайын бүләк” отошоноң был аҙна еңеүсеһе И.Ш.Садиҡованы (Ибраһим ауылы, Үҙәк урам, 12) дүшәмбе көнө 11.00 сәғәттә редакцияла көтәбеҙ.
Шуны ла онотмағыҙ, декабрь аҙағында гәзиткә яҙылыусылар араһында электр сәйнүге, блендер һәм башҡа бүләктәр уйнатыласаҡ.
“Табын”ға ярты йылға яҙылыу 867 һум, пенсионерҙарға 859 һум 2 тин, һуғыш ветерандары һәм 1-се, 2-се төркөм инвалидтарына – 791 һум 34 тин, Красноусолда йәшәүселәр өсөн (Новоселок биҫтәһенән тыш) альтернатив яҙылыу 720 һум, электрон подписка 588 һум тора.
“Табын”ға яҙылығыҙ, алдырығыҙ, уҡығыҙ, таратығыҙ!
Читайте нас: