+2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Декабрь 2020, 13:35

Йәрминкәгә килегеҙ!

Муниципаль район хакимиәте район биләмәһендә эшләүсе ауыл хужалығы предприятиеларын, крәҫтиән-фермер хужалыҡтарын, шәхси ярҙамсы хужалыҡ тотоусыларҙы 12 декабрҙә үтәсәк ауыл хужалығы йәрминкәһендә ҡатнашырға саҡыра.

Йәрминкә "Ихлас" сауҙа үҙәге алдындағы майҙанда иртәнге сәғәт 10-да башлана. Сауҙа итеүселәрҙең бөтәһе лә шәхси һаҡланыу саралары (битлек, бирсәткәләр), дезинфекция саралары менән тәьмин ителгән булырға тейеш.
Йәрминкәлә ҡатнашырға теләүселәрҙең 8(34740) 2-24-49, 2-14-06 телефондарына (хакимиәттең иҡтисади үҫеш бүлеге) йәки ауыл биләмәләре хакимиәттәренә мөрәжәғәт итеүе һорала.
Читайте нас: