+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Декабрь 2020, 15:35

“Йыл һөнәрмәне-2020” еңеүселәре билдәле булды

12 декабрҙә “Йыл һөнәрмәне-2020” конкурсына йомғаҡ яһалып, уның еңеүселәре билдәле булды. Эштәр күргәҙмәһе һәм еңеүселәрҙе билдәләү “Һөнәрҙәр аҙналығы” сиктәрендә үтте. “Йыл һөнәрмәне” конкурсының маҡсаты - бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың бер секторы булған креатив индустрияның үҫешенә ярҙам итеү.

12 декабрҙә “Йыл һөнәрмәне-2020” конкурсына йомғаҡ яһалып, уның еңеүселәре билдәле булды. Эштәр күргәҙмәһе һәм еңеүселәрҙе билдәләү “Һөнәрҙәр аҙналығы” сиктәрендә үтте.
“Йыл һөнәрмәне” конкурсының маҡсаты - бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың бер секторы булған креатив индустрияның үҫешенә ярҙам итеү.
Конкурс республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты, Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ үҫеше буйынса агентлыҡ үткәрҙе. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси башланғыстарға ярҙам итеү” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырыу сиктәрендә уҙғарылды.
“Йыл һөнәрмәне-2020” конкурсының төп номинацияларында еңеүселәр:
  • металл менән художестволы эшләгән иң яҡшы оҫта – Наил Собханғолов;
  • керамика менән эшләгән иң яҡшы оҫта – Динара Ғарифуллина;
  • ҡораманы ҡулдан йәки машина менән тегеү буйынса иң шәп оҫта – Надежда Самойлова;
  • халыҡ костюмын һәм этнографик өлгөләргә ярашлы уның элементтарын әҙерләү буйынса иң шәп оҫта – Илдар Ғатауллин;
  • автор ҡурсағын һәм йомшаҡ уйынсыҡты әҙерләү буйынса иң шәп оҫта – Ксения Алексеева;
  • ағасты художестволы семәрләү буйынса иң шәп оҫта – Әнүр Игебаев;
  • Башҡортостандың авторлыҡ сувенирын иң шәп эшләүсе-дизайнер – Олеся Чебан, Ольга Гордеева;
  • иң шәп кейеҙ оҫтаһы – Рәмилә Мәмбәтова;
  • йәш эшҡыуар – Станислав Лаврентьев;
  • иң шәп күн оҫтаһы- Альбер Рыҫҡолов;
  • сағыу художестволы биҙәү өсөн – Алена Халтурина.
  • Конкурста республика ҡалалары һәм райондары, шулай уҡ Ҡазандан, Һамарҙан, Силәбенән, Липецкиҙан, Пермдән, Тольяттинан да һөнәрмәндәр ҡатнашҡан.
    Фото: “Башинформ”дан.
    Читайте нас: