+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Декабрь 2020, 11:40

Мәктәпкә Герой исеме бирелде

Бурлы урта мәктәбендә уҡыусыларҙы илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирелә. Рәсәй Геройы Фәрүәт Абдулла улы Яҡуповтың ошо мәктәпте тамамлауы – беҙҙең өсөн оло мәртәбә.

Йәш быуынды уның батырлығы миҫалында тәрбиәләү патриотик тәрбиә эшенең бер йүнәлеше булып тора. Данлыҡлы ауылдашыбыҙҙың тормошо һәм яу юлы класс сәғәттәрендә өйрәнелә. Мәғлүмәттәрҙе ҡулланып, уҡыусылар фәнни-эҙләнеү эштәре башҡара, презентациялар, фильмдар эшләй. Мәктәптең пионер дружинаһы Рәсәй Геройы Фәрүәт Яҡупов исемен йөрөтә. Уның иҫтәлегенә йыл һайын волейбол буйынса турнир үткәреү матур йолаға әйләнде. 2011 йылда тыуған мәктәбендә таҡтаташ, ә 2020 йылда бюст асылды. 2020 йылдың 7 декабрендә Бурлы мәктәбенә рәсми рәүештә Рәсәй Геройы Ф.А.Яҡупов исеме бирелде.
9 декабрь – Ватан ҡаһармандары көнөндә мәктәбебеҙҙә район мәғариф бүлеге начальнигы, ра-йон Советы депутаты Рауил Ғәбдрәшит улы Солтанморатов ҡунаҡта булды. Уҡыусылар менән осрашып, мәктәпкә “Ғафури районынан сыҡҡан геройҙар” тигән стенд бүләк итте. “Илһөйәрлек тойғоһо тыуған йортоңа, ауылыңа, районыңа, республикаңа һәм илеңә булған һөйөүҙән башлана. Йәш быуын үҙ геройҙарын белеп үҫергә тейеш. Шуның өсөн уҡыусыларҙы Рәсәй Геройы Фәрүәт Яҡупов миҫалында тәрбиәләү маҡсатҡа ярашлы тип уйлайым. Бөгөнгө уҡыусыларҙан төплө белемле, тәрбиәле, Тыуған иле өсөн файҙалы шәхестәр үҫеп сығырына ышанам”, - тине Рауил Ғәбдрәшит улы үҙ сығышында. Геройҙар тураһындағы стенд мәктәп музейында урын алды.
Ләйсән ХӘЛИЛОВА,
Бурлы урта мәктәбенең
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Читайте нас: