+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Декабрь 2020, 12:40

Радий Хәбиров Башҡорт теле көнө менән ҡотланы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика халҡын Башҡорт теле көнө менән ҡотланы. Ул социаль селтәрҙәрҙә үҙенең сәхифәһендә Өфө ҡалаһының 44-се полилингваль мәктәбе уҡыусыларының Башҡортостан халҡын байрам менән ҡотлау видеоһын урынлаштырған.

“Беҙ башҡорт телен уҡытыу методикаһын үҙгәрттек һәм рус телле уҡыусыларҙың йылмайыуына ҡарағанда был яңылыҡ уларға оҡшай. Телде популярлаштырыу туған телдәрҙе һаҡлауҙа һәм үҫтереүҙә яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтер тип ышанам,” – тине Радий Хәбиров.
Р.Хәбиров үҙенең яҙмаһын башҡорт телендә ҡотлау менән тамамлаған. Хөкүмәттәге бөгөнгө кәңәшмә лә ҡотлау менән башланып китте.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн республикала Башҡорт теле көнө айҡанлы киң программа ҡаралған. Кисен “Башҡортостан” дәүләт кинозалында йылға йомғаҡ яһаласаҡ байрам концерты үтә.
Читайте нас: