+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Декабрь 2020, 12:10

Хыялдар тормошҡа аша

17 декабрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров “Теләктәр шыршыһы” Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашты.Төбәк етәксеһе “Башҡортостан” дәүләт концерт залында урынлашҡан шыршынан акцияла ҡатнашыусыларҙың исемдәре яҙылған 3 шарҙы алды.

17 декабрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров “Теләктәр шыршыһы” Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашты.Төбәк етәксеһе “Башҡортостан” дәүләт концерт залында урынлашҡан шыршынан акцияла ҡатнашыусыларҙың исемдәре яҙылған 3 шарҙы алды.
Уларҙың береһе Михаил Манулин - электрон микроскоп, 15 йәшлек Роман Щекатуров өлкәндәр өсөн 3 тәгәрмәсле велосипед тураһында хыяллана. Тағы ла бер теләк – 65 йәшлек Татьяна Буланкинаныҡы – ҙур экранлы планшет.
  • Был теләктәрҙең барыһын да мотлаҡ үтәйәсәкмен,- тине төбәк етәксеһе Р.Хәбиров. – Ил Президенты Владимир Путин башлап ебәргән был проект ысынлап та бик һәйбәт башланғыс. Бигерәк тә барыбыҙ өсөн дә ҡатмарлы 2020 йылда. Сөнки кешеләр пандемияға бәйле хәл ителә алмаған мәсьәләләр сәбәпле зыян күрергә тейеш түгел. Беҙ Хөкүмәттә һәр беребеҙ ошонда килеп, шыршынан шарҙы алып, ундағы теләкте үтәй тип ҡарар иттек. Бында кескәй балаларҙың, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле өлкәндәрҙең теләктәре яҙылған. Яңы йыл алдынан улар барыһы ла түҙемһеҙләнеп мөғжизә көтә. Ә беҙҙең бурысыбыҙ – уларҙың хыялдарын тормошҡа ашырыу.
  • “Теләктәр шыршыһы” Бөтә Рәсәй акцияһының маҡсаты – етемдәрҙең, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге балаларҙың һәм һаулығында кәмселектәре булған өлкәндәрҙең Яңы йыл хыялдарын тормошҡа ашырыу. Акцияға 5 декабрҙә В.Путин старт бирҙе. Ғаризалар 16 ноябрҙән 15 декабргә тиклем ҡабул ителде. Башҡортостандан акцияның сайтына 500-ҙән ашыу теләк килде. Уларҙы 28 февралгә тиклем үтәйҙәр.
    Читайте нас: