+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Декабрь 2020, 11:55

Һөнәри байрамығыҙ менән!

Хөрмәтле район Пенсия фонды хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!

Һеҙҙе ысын күңелдән һөнәри байрамығыҙ – Рәсәй Пенсия фонды хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлайым!
Социаль йәһәттән ҙур әһәмиәтле һәм мөһим эш башҡарыусы фонд хеҙмәткәрҙәре бөгөн пенсияларҙы һәм социаль түләүҙәрҙе үҙ ваҡытында алыуҙы тәьмин итә, Әсәлек капиталы кеүек ғаиләләргә бик тә кәрәкле ярҙам программаһын һәм башҡа социаль ярҙам сараларын тормошҡа ашыра.
Юғары һөнәри оҫталыҡ, яуаплылыҡ, иң мөһиме – кешеләргә иғтибарлы, хәстәрлекле мөнәсәбәт талап иткән көндәлек хеҙмәтегеҙ ихтирамға һәм маҡтауға лайыҡ һөнәрҙәр иҫәбендә.
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, эшегеҙҙә яңынан-яңы уңыштар теләйем.
Фәнзил СЫҢҒЫҘОВ,
Муниципаль район хакимиәте башлығы.
Читайте нас: